Һәр төбәктең төп байлығын һәм ғорурлығын унда йәшәүсе кешеләр тәшкил итә. Беҙҙең халыҡ бик тырыш, уңған, дәртле һәм сәмле, тормошто яратыуы менән айырыла. Шаран яҡтарында ла ил күләмендә даны таралған шәхестәр күп. Нәзиф Хажиғәле улы Миңлеғәлиев ғүмере буйы ошондай яҡташтары тураһында күләмле әҫәр ижад итеү тураһында хыялланды.
Ул үҙенең партия, совет, комсомол һәм башҡа ойошмаларҙа 40 йылдан ашыу эшләү осоронда меңдәрсә кешенең тормошо менән яҡындан танышып, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәне. Бөтә ғүмерен эшенә бағышланы. Бына шуның өсөн райсовет депутаттары бер тауыштан уға райондың Почетлы гражданы тигән исем бирҙе. Ул райондан сыҡҡан бөтә ғалимдарҙың хеҙмәт юлын барлап, мәғлүмәт йыйҙы һәм “Шаран ерен данлап” тигән исем аҫтында китап баҫтырып сығарҙы, уға меңләгән кешенең исеме ингән.
Үҙ ғүмерендә Нәзиф Миңлеғәлиев тағы бер батырлыҡ ҡылды, тип әйтер инем. Ул, киң күләмле эш башҡарып, Шаран районы энциклопедияһын да төҙөнө.
Уның ошо баҫма өҫтөндә эшләгәне тураһында һөйләп бөтөрлөк түгел. Һәр ғаиләнең балаларына тиклем барлап, бөтәһенә лә диҡҡәт менән иғтибар итеп, кем әйтмешләй, еренә еткереп материал туплауы үҙе бер очерк яҙырлыҡ.
Нөрәй ауылының игелекле улы бына ошондай, сөнки ул, Сөн йылғаһы һыуын эсеп, бөтә кешене хәстәрләп, барыһын да яҡын күреп, һәр кемдең күңеленә юл таба. Педагог булараҡ, кешегә шул тиклем иғтибарлы, балалар менән дә, ололар менән дә уртаҡ тел таба белә.
Рауил ЯЛСИН,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.
Шаран районы.