– Диктант өсөн “бишле”!
– “Өслө”гә яҙғанһың.
– Хаталарың күп, “икеле”...
Кемдең генә мәктәп йылдарында уҡытыусынан ошондай һүҙҙәрҙе ишеткәне булманы икән?! Урыҫса йә башҡортса диктантты күп яҙҙыҡ, эйеме? Ә бит шул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алыу мөмкинлеге әле лә бар, күптәр уның хаҡында белмәй генә.
Рәсәйҙә йыл да апрелдә “Тоталь диктант” мәғариф акцияһы ойошторола. Маҡсаты – наҙанлыҡ мәсьәләләренә иғтибарҙы нығыраҡ йәлеп итеү, яҙыу мәҙәнилеген үҫтереү. Уның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгән кешеләр һаны ла күбәйә. Быйыл уны хатта арктик поляр станцияларҙа һәм Йыһанда ла яҙҙылар. 45 илдән 350 ҡаланан йәмғеһе 50 мең кеше ҡатнашты.
Башҡортостанда акция өсөнсө тапҡыр уҙҙы. Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Белоретта, Нефтекамала, Сибайҙа һәм Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында. Былтыр республиканың 1218 гражданы, шул иҫәптән баш ҡаланың 757 кешеһе диктант яҙһа, шуларҙың алтауһы – “бишле”гә, 110-ы – “дүртле”гә, 322-һе – “өслө”гә. Быйыл хатта урыҫ теле буйынса махсус әҙерлек курсы ла эшләгән, уға 39 кеше йөрөгән.
...Теләгәндәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып булдырылған биш майҙансыҡтың Башҡорт дәүләт университетындағыһын һайланым. Акцияның рәсми сайтында, яҙма эштең тексын филологтар Людмила Дьяченко, Игорь Артюшков, Далила Печенкина, артистар Ольга Мусина, Ольга Лопухова, Валерий Гриньков, яҙыусы Игорь Савельев, спорт комментаторы Азамат Моратов, “Вечерняя Уфа” гәзитенең баш мөхәррире Вячеслав Голов уҡыясаҡ, тиелгән.
Сәғәт төшкө 2-лә башланасаҡ һынауға ҡабаланып барып етәм. О-һо, алғы рәттәрҙә урын да ҡалмаған. Арттан һәйбәт ишетелерме икән һуң? Тирә-яғымды байҡайым – таныштар күренмәй. Ә-ә, ана студент сағымдағы уҡытыусым Әлмира Мөхәмәт ҡыҙы Ямалетдинова тора. Янына барып һаулыҡ һорашам да:
– Һуңғы тапҡыр диктантты 25 йыл элек һеҙ яҙҙырғайнығыҙ, – тим. Ул ҡыуанып китә:
– Белемегеҙҙе һынап ҡарамаҡсыһығыҙмы?
– Эйе, – тим, – “дүртле”нән дә кәм билдәгә яҙмаҫҡа ине...
Алғы рәттә оло-оло йәштәгеләр теҙелеп ултыра. Таяҡ тотҡан сал сәсле бабай менән танышам. Владилен Арыҫлан улы Моратов, 83 йәштә. Ошо университеттың химия факультетын тамамлап, химия һәм витамин заводтарында эшләгән. Диктант яҙырға беренсегә килгән.
– Өйҙә ултырырға яратмайым. Унан килеп, телевизорҙан хаталы итеп һөйләгәндәрен ишеттем дә, намыҫланып, үҙемде тикшереп ҡарарға булдым. Ҡыҙымдың ғаиләһендә йәшәйем, ҡайҙа киткәнемде белмәй ҙә ҡалдылар. Ҡайтҡас, һөйләп аптыратайым әле, – тип йылмая ул.
Күрше рәттә ултырған әбей һөйләшеүебеҙгә ҡушыла. Надежда Николаевна Васильеваға 84 йәш икән! Горький ҡалаһында тыуған. Физика-математика факультетын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Өфөгә эшкә ебәрелгән.
– Футбол буйынса беренсе донъя чемпионаты уҙған йылда тыуғас, спортсылар кеүек, бына шулай ғүмер буйы йүгереп кенә йөрөйөм, – тип шаярта был таяҡлы әңгәмәсем дә.
Тормошҡа һөйөү менән баҡҡан йор һүҙле әбей-бабайҙарҙан айырылғы ла килмәй. Әммә һынау башланырын иғлан итәләр. Урыныма барып ҡунаҡлағас, артымда бала тауышы ишетеп, әйләнеп ҡарайым. Баҡһаң, бәләкәй генә ҡыҙыҡай ҙа килгән. Ошо университетта эшләгән Рәмзиә Ғүмәрованың ете йәшлек ейәнсәре Камилә икән ул. Шулай итеп, “Тоталь диктант” 7-нән 90 йәшкәсә кешеләрҙе берләштерҙе!
Яҙма эште был юлы яҙыусы Алексей Иванов әҙерләгән. Тотош ил буйынса тәҡдим ителгән өс варианттың “Поезд һәм кешеләр” тигәне тура килде. Людмила Ивановна Дьяченко уҡыған диктант тексы әллә ни ауыр тойолманы. Һиҙемләүемсә, бер генә хәреф хатам да булмаҫҡа тейеш. Ә бына ҡайһы бер ҡатмарлы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡулландыммы – белмәйем.
Һөҙөмтәләр ошо аҙна аҙағында билдәле буласаҡ. Әйткәндәй, билдә ҡуйыуҙарын теләмәгәндәрҙең эше баһаланмаясаҡ. Ә мин тулҡынланып көтәм был мәлде!
Әле бына уйға ҡалдым. Ә ниңә бындай диктантты башҡортса ла яҙмаҫҡа? Телебеҙҙе нығыраҡ, тәрәнерәк өйрәнер инек. Университеттарыбыҙҙың башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары уны ойоштороу хаҡында уйламаймы икән?