Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Дәүләт Думаһы депутаттары илебеҙҙең баш ҡалаһындағы һәм Санкт-Петербургтағы республикабыҙ студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы вәкилдәре менән осрашты.
Сараға Дәүләт Думаһынан Александр Дегтярев, Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров, беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Александр Аринин, Башҡортостандың ил Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Артур Шәйнуров килде. Аралашыу Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваның тәҡдиме менән ойошторолдо.
Парламентарийҙар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм иҡтисад өлкәһендәге яңы программалар, проекттар тураһында һөйләне, сит ҡалаларҙан килгән студенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләрен, Мәскәү вуздарының дөйөм ятаҡтарында йәшәү һәм торлаҡ өсөн түләү шарттарын тикшерҙе. Мәшғүллек кеүек мөһим өлкә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Осрашыу аҙағында Сәлиә Мырҙабаева студенттарға М. Горький исемендәге Мәскәү художество академия театрына билеттар тапшырҙы.