Эшселәрҙе кем яҡшыраҡ хәстәрләй?16.04.2014
Башҡортостанда машиналар эшләү тармағы предприятиелары араһында эш шарттарын һәм хеҙмәтте һаҡлауҙы ойоштороу буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Бәйгелә 28 ойошма ҡатнашты. Республиканың профсоюз ойошмалары уларҙы ентекле тикшергәндән һуң, икенсе этапҡа 15 предприятие үтте. Йомғаҡ яһағанда эш шарттарын яҡшыртыуға, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге эшкә баһа бирелде, шулай уҡ производствола имгәнеү, эш урындарына аттестация уҙғарыу, коллектив килешеүҙә ҡаралған хеҙмәтте һаҡлау сараларын тормошҡа ашырыу кеүек үҙенсәлектәр ҙә иҫәпкә алынды.
Меңдән ашыу кеше эшләгән предприятиелар араһында беренсе урынды “Салауатнефтемаш” йәмғиәте, икенсене — Өфөнөң “Гидравлика” агрегат предприятиеһы, өсөнсөнө Туймазы бетонташығыстар заводы яуланы. Хеҙмәткәрҙәр һаны меңдән кәмерәк булған ойошмалар араһында Туймазы геофизик ҡорамал һәм аппаратура заводы алдынғылыҡты бирмәне, икенсе урынды — Технология һәм етештереүҙе ойоштороу институты, өсөнсөнө “Солитон” ғилми-тикшеренеү институты алды.



Вернуться назад