Торлаҡ мәсьәләһен нисек көйләргә?15.04.2014
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы идарасы компаниялар уңайлы көнкүреш шарттарын тәьмин итмәй, дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу йәһәтенән дә эштәр башҡармай. Ә бит был мәсьәлә халыҡ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.

Коммерция ойошмалары рәүешендәге компаниялар, юридик берәмектәр табыш алыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуя. Бындай хәл Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына ҡаршы килә, граждандарҙың ышанысын аҡламай. Өҫтәүенә улар дивиденд рәүешендә ғәйәт күп аҡсаны үҙләштерә. Ә коммуналь өлкәләге проблемаларҙы йыш ҡына торлаҡ хужаларына хәл итергә тура килә, ҡаҙнанан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан да байтаҡ аҡса йүнәлтелә. Үҙ сиратында торлаҡ фонды финанс йәһәтенән дә, матди яҡтан да көндәлек ярҙамға мохтаж.
Коммерция ойошмаларының эшмәкәрлеге милекселәрҙең талаптарына яуап бирмәй. Ундайҙар өсөн был өлкә еңел юл менән байығыу объекты булһа, граждандар иһә идарасыны түгел, ә йорттарҙы һәм ихаталарҙы тәртиптә тотоуға ынтылған хеҙмәтләндереүсе ойошманы күрергә теләй. Торлаҡ кодексына ярашлы, торлаҡ мөнәсәбәттәре ҡануниәт йәки тейешле килешеү менән көйләнмәһә, ошоға оҡшаш мәсьәләләрҙе яйға һалған бүтән нормалар ҡулланыла. Әгәр инде ундайҙары ла булмаһа, был өлкәләге хоҡуҡтар һәм бурыстар торлаҡ ҡануниәтенең дөйөм башланғыстарынан һәм мәғәнәһенән, намыҫ, кешелеклелек, ғәҙеллек талаптарынан сығып билдәләнә.
“Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында”ғы Федераль законда билдәләнгәнсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма, коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ, шәхси учреждение кеүек юридик берәмектәрҙе файҙаланыу — иң ҡулай алым.
Идарасы компанияларҙың юридик берәмектәрен коммерциянан ситләштереү торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа үҙ-үҙен тәьмин итеү, заманса техника һәм технологиялар һатып алыу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын арттырыу, ремонт эштәрен ваҡытында башҡарыу, тарифтарҙы кәметеү мөмкинлеген бирәсәк. Юридик берәмектәрҙең ойоштороу-хоҡуҡ формаһының йәмғиәт, дәүләт үҫешенә, хоҡуҡҡа йоғонтоһон иҫәпкә алып, тәү сиратта халыҡҡа күрһәтелгән мөһим хеҙмәттәр өлкәһен коммерцияһыҙ нигеҙгә күсереү ҙә маҡсатҡа ярашлы булыр ине тигән фекерҙәмен. Әле бындай коммерция ойошмалары бер кем тарафынан танылмаған власть тармағын тәшкил итә. Шуға күрә хеҙмәттәрҙең етештереүгә ҡағылмаған өлкәһен – коммерцияһыҙ нигеҙгә, ә етештереү тармағын коммерциялы юридик берәмектәргә тапшырырға кәрәктер.
Хеҙмәт күрһәтеүсе коммерция учреждениеларының эшмәкәрлеге сәнәғәт етештереүе һәм ауыл хужалығы үҫешен тотҡарлай. Еңел генә табыш алыу ахыр сиктә тотош илдә иҡтисади көрсөк тыуҙырасаҡ.
Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ошо ябай идея юридик яҡтан да, иҡтисади йәһәттән дә нигеҙле. Уны тормошҡа ашырыу өсөн матди байлыҡ та, ҡаҙна аҡсаһы ла талап ителмәй.



Вернуться назад