2015 йылда илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Республикабыҙҙа ла ошо сараға әҙерлек әүҙем бара. Былтыр 31 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов юбилейға әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо мөһим сараның ғәйәт ҙур сәйәси, социаль әһәмиәтен иҫәпкә алып, республика ойоштороу комитетына етәкселек итеүҙе төбәк башлығы үҙ иңенә алды. Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт берекмәләренең Үҙәк архивындағы бүлек начальнигы Әбүзәр ӘБҮЗӘРОВтан ошо турала һәм архив фондтарына килгән яңы документтар хаҡында һөйләүен үтендек.
— Әбүзәр Әхмәт улы, ошо Указды үтәү йәһәтенән архив хеҙмәте, атап әйткәндә, һеҙҙең дәүләт архивы ниндәй эш башҡарасаҡ? — Беҙ һәр саҡ республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡайнайбыҙ. Шуға күрә был ваҡиғанан да ситтә ҡала алмайбыҙ. Указды үтәү буйынса әүҙем эшләйәсәкбеҙ. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын, рух ныҡлығын һәм ҡеүәтен күрһәтеп кенә ҡалманы, көсөбөҙҙөң берҙәмлектә булыуын иҫбатланы. Ватан тарихының ошо осорона ҡыҙыҡһыныу бер ҙә кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Беҙ быны үҙебеҙҙең учреждение миҫалында ла күрәбеҙ, архивтың уҡыу залына уҡытыусылар, ғилми хеҙмәткәрҙәр генә түгел, студенттар, өлкән класс уҡыусылары ла күпләп килә. Беҙ иң ҡыҙыҡлы документтар күргәҙмәһен ойошторорға, урта мәктәп уҡыусылары өсөн асыҡ дәрестәр үткәрергә ниәтләйбеҙ.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ: һуғыштың башланыуы, республика биләмәһендә хәрби частар төҙөлөүе, көнбайыш төбәктәрҙән халыҡтың эвакуацияланыуы, тылда башҡарылған эштәр, фронтҡа ярҙам тураһында тапшырыуҙар күрһәтәбеҙ. Иң мөһиме — архивта данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, уның легендар командиры М.М. Шайморатовтың яу юлына арналған бик күп документ тупланды.
— Генерал Шайморатовҡа Герой исемен биреү буйынса юлламалар байтаҡ булды. Ләкин, белеүебеҙсә, мәсьәлә әлегә тиклем хәл ителмәй ҡала... — Бындай идея Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ күтәрелгән. ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының, БАССР Министрҙар Советының һәм Юғары Советы Президиумының Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа (үлгәндән һуң) Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында 1948 йылдың 11 декабрендә әҙерләгән тәүге юлламаһы СССР Министрҙар Советы Рәйесе И.В. Сталин исеменә яҙылған була. Партияның Башҡортостан Өлкә комитеты КПСС Үҙәк комитетына ебәргән икенсе юлламаға 1958 йылдың 18 июне тигән дата ҡуйылған. Әйткәндәй, был юлламаны СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, Советтар Союзы маршалы С.М. Буденный ҙа хуплап сыға. 1958 йылдың 23 июнендә КПСС Үҙәк комитетына ебәргән хатында ул: “М.М. Шайморатовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исемен биреү фашизмдың ҡара көстәренә ҡаршы көрәштә уның күрһәткән хеҙмәттәренә лайыҡлы баһа буласаҡ, совет кешеләрен бөйөк Тыуған илебеҙгә сикһеҙ тоғролоҡ рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк”, тип яҙа. Уңайҙан файҙаланып, легендар маршалдың киң күңеллелеген, кешелеклелеген телгә алырға кәрәктер. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы ул күп тапҡыр яҡлап сыға.
1992 йылдың 20 мартында Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумы Указы менән “Рәсәй Геройы” тигән исем булдырылды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн йөҙгә яҡын кешегә ошо маҡтаулы исем бирелде.
Ярты быуат үткәс, 2007 йылда Башҡортостандың айырым йәмәғәт ойошмалары комдив Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү мәсьәләһен ҡайтанан күтәрҙе. Ошо уҡ йылдың 20 авгусында ил Президентына мөрәжәғәт ебәрҙеләр. 2012 йылдың 29 февралендә Башҡортостандағы йәмәғәт ойошмалары, атап әйткәндә, Яҙыусылар союзы был темаға тағы ла әйләнеп ҡайтты. Шул осорҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы”, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙың республика союзы “Комдив Шайморатов. Батырҙың ҡайтыуы” тигән күләмле акция ойошторҙо. Йәмәғәтселектә ҙур танылыу яулаған сара барышында ошо ҡарарҙы яҡлап, республикабыҙҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән, сит илдәрҙән 200 меңдән ашыу ҡултамға йыйылды. Һөҙөмтәлә ил Президентының 2012 йылдың 29 ноябрендәге Указына ярашлы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге 29-сы эске ғәскәрҙәр отрядына генерал-майор М.М. Шайморатов исеме бирелде.
— Билдәле булыуынса, һеҙҙең архив ғилми тикшеренеүҙәр һәм үҙ фондтарын тулыландырыу эше менән әүҙем шөғөлләнә. Архив фондында иғтибарҙы йәлеп итерлек яңы документтар бармы? — Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр илебеҙҙә пенсия реформаһы үткәрелеүгә бәйле дәүләт власы органдарының, граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса бик күп эш башҡара. Шуға ҡарамаҫтан, йәмәғәтселеккә әлегә тиклем билдәле булмаған хәл-ваҡиғаларға асыҡлыҡ индереүгә лә ваҡыт табырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, “1948 һәм 1958 йылдарҙағы юлламаларға КПСС Үҙәк комитеты ниңә яуап бирмәгән?” тигән һорау күптәрҙе борсой. Асылда иһә, яуап булған, тик уны халыҡҡа сығармағандар. Архив хеҙмәте – бик нескә материя. Унда “йәшерен” тигән төшөнсә бар. “Дәүләт сере тураһында”ғы Рәсәй Федерацияһы Законына ярашлы, “йәшерен” документтарҙың “серен асыу” бурысы Рәсәйҙәге архив учреждениеларына йөкмәтелде. Был эш башҡарыу күләменә ҡарап баһаланырға тейеш түгел. “Зыян килтермә” тигән принцип алға ҡуйыла. Һәр документ махсус комиссия тарафынан ентекле ҡарала, һығымта яһалғандан һуң ғына асыҡ фондҡа тапшырыла һәм тикшеренеүселәр иғтибарына сығарыла. Мәҫәлән, КПСС Үҙәк комитетының 1958 йылғы документтары 2000 йылда “серен асыу” процедураһын үтмәгәйне әле. Быйыл, анығыраҡ әйткәндә, 19 ғинуарҙа федераль архивтарҙың береһенән беҙгә Башҡорт АССР-ы партия-совет органдарының КПСС Үҙәк комитетына М.М. Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе һорап ебәргән юлламаларын кире ҡағыу сәбәптәре асыҡланған документ килде.
Әйткәндәй, уның фотокүсермәһе "Башҡортостан" гәзитенең 11 апрель һанында баҫылып та сыҡты.
Легендар полководецҡа Герой исемен биреү мәсьәләһе әлегә тиклем асыҡ ҡала. Алда – Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы. Билдәле булыуынса, йәмәғәт берекмәләренең, музей, мәктәптәрҙең һәм башҡа бик күп ойошмаларҙың, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзитенең дә был йүнәлештәге эше әүҙем дауам итә. Башҡортостандағы күп милләтле халыҡтың хәтерендә Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың исеме, йырҙарҙа данланғанса, ысын батыр булып һаҡлана.
Гөлдәр ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА әңгәмәләште.