Бергәләп көрәшергә кәрәк15.04.2014
Районда урындағы хакимиәттең башланғысы менән “Бөтә донъя менән экстремизмға һәм терроризмға ҡаршы!” марафоны ойошторолдо.

Ауылдарҙа урындағы үҙидара һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт ойошмалары, дини конфессиялар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашлығында семинарҙар үтте. Марафон былтыр көҙ Үрге Ғәле ауыл биләмәһендә башланғайны, артабан Матрай, Яманһаҙ, Юлдыбай, Ҡашҡар, Йомағужа, Һабыр ауылдарына ла күсте. Халыҡ аралашыуҙың һәм аңлатыу эшенең был алымын хуплап ҡабул итте, сөнки экстремизм һәм терроризм мәсьәләләре бик киҫкен. Һәр семинарҙа Сибай мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов ошо темаға сығыш яһаны. Имам-мөхтәсип Йәғәфәр Үтәшев, Матрай мәсете имам-хатибы Сәфәрғәле Балыҡбаев, Сидоровка ауылының дини община етәксеһе Дәүләтша хажи Аҡҡужин һәм башҡалар традицион диндең әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Сараның аҙаҡҡы этабы район мәҙәниәт һарайында үтте. Йылайыр ауыл Советы хакимиәте башлығы Александр Годуленко марафонда ҡатнашыусыларҙы тикшерелгән мәсьәлә буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы.
Ойоштороусыларҙың фекеренсә, семинарҙар һөҙөмтәһеҙ булманы: сығыш яһаусылар һәм уларҙы тыңлаусылар “экстремизмға, терроризмға ҡаршы бергәләп даими көрәшергә кәрәк” тигән уртаҡ фекергә килде.


Вернуться назад