Журналист ни, блогер ни...15.04.2014
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Йәш журналист мәктәбендә лекция менән сығыш яһаны. Әле был мәктәптә Өфөнән конкурс нигеҙендә һайлап алынған 80-гә яҡын студент белем ала.

— Мәғлүмәткә бай йәмғиәттә журналист менән блогер араһындағы сик юҡҡа сыға бара. Кәрәкле һәм сифатлы материал ижад итеү өсөн журналист оҫталығы ғына етмәй. Бөгөн киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре һәр йәһәттән үҫешкән булырға тейеш. Журналистан ниндәйҙер маҡсат ҡуйған аудиторияның ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән контент менән эшләй белеү талап ителә, — тине ведомство башлығы.
Ул шулай уҡ дини киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлегенә иғтибар йүнәлтте.
— Башҡортостандағы киң мәғлүмәт саралары республикала йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәни һәм тел мираҫын әүҙем файҙалана, — тине ул. — Беҙҙә урыҫ, башҡорт, татар телеканалдары һәм радиостанциялары тапшырыуҙары донъя күрә, матбуғат баҫмалары алты телдә сыға. Башҡортостан — үҙенең балалар телеканалы менән маҡтанырлыҡ һирәк төбәктәрҙең береһе.
Борис Мелкоедов тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, мәктәптең әһәмиәтен баһаланы. Уның әйтеүенсә, был уҡыу йорто студенттарға төбәктәге медиабелгестәр менән аралашыу, ҡыҙыҡһындырған йүнәлештәрҙе асыҡлау, журналистың эске донъяһын күҙаллау мөмкинлеген бирә.



Вернуться назад