“Милләттең көсө — татыулыҡта” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлайбыҙ. Ысынлап та, күп ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә бер-береңде аңлау, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу ята. Иртәгәһе көнөбөҙ, милләтебеҙҙең киләсәге тап күркәм сифаттарға, берҙәмлеккә, халыҡ мәнфәғәтен уйлап йәшәүгә бәйле.
Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен, уңыш-ҡаҙанышын, уй-теләген, кисерештәрен, күңелен борсоған мәсьәләләрҙе даими яҡтыртҡан милли баҫмаларыбыҙ бөгөн ҙур һынау алдына баҫты, хөрмәтле туғандар. Белеүегеҙсә, ҡырҡыу мәсьәлә “Башҡортостан” гәзитен дә урап үтмәне: киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 1 300 һум тирәһенә менеп китте. Күбеһе ауылда, аҙ ғына аҡсаға көн иткән ватандаштарыбыҙҙың матбуғат менән дуҫлыҡты һаҡларға көсө етмәҫе көн кеүек асыҡ. Ошондай ауыр мәлдә бер-беребеҙгә рухи байлыҡтан мәхрүм ҡалмаҫҡа ярҙам итһәксе, хөрмәтле милләттәштәр. Был йәһәттән рухлы, халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртҡан йүнселдәргә айырыуса ҙур өмөт бағлайбыҙ. Гәзитебеҙҙә уларға ныҡлы иғтибар бүләбеҙ, эшмәкәрлектәрен даими яҡтыртабыҙ. Ошондай күркәм хеҙмәттәшлекте артабан тағы ла ныҡлы дауам итһәксе, хөрмәтле йүнселдәр. Һеҙ, мәҫәлән, үҙегеҙҙең ауыл йә ҡалағыҙҙағы өлкән быуын вәкилдәренә, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә гәзит яҙҙырып, уларға рухи ярҙам күрһәтә алаһығыҙ. Бындай изге эш үҙебеҙгә тағы ла ҙурыраҡ бәрәкәт бирәсәк. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙең изге ғәмәлдәрегеҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр хаҡында даими яҙып торасаҡбыҙ.
Был, әлбиттә, гәзитте таратыуҙың бер юлы ғына. Һис шикһеҙ, ике арала бәйләнеште өҙмәүҙең башҡа төрлө алымдары ла бар. Уларҙы бергәләп эҙләйек, хөрмәтле ватандаштар! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Мөхәрририәт.