16-17 апрелдә Өфөлә, “Башҡортостан – татыулыҡ һәм үҫеш биләмәһе” I республика форумына ярашлы, “Ғүмер бүләк ит – донор бул!” акцияһы уҙғарыла.
Был көндәрҙә “Аҡбуҙат” ипподромы ҡаршыһында Республика ҡан биреү станцияһының күсмә пункты эшләй. Теләге булған һәр кем ҡан биреп, кеше ғүмерен ҡотҡара ала. Сараның партнеры – ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы.
Әле ҡанды яһалма синтезлау алымы юҡ, шуға күрә ҡатмарлы операция үткәргән, имгәнгән, тәне бешкән, гематологик һәм бүтән сирҙәрҙән яфаланған кешеләргә тап донор ҡаны компоненттары кәрәк.
– Граждандарҙы ошо акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ, – ти табип-хирург, Йәштәр палатаһы ағзаһы Рөстәм Зыязетдинов. – Беҙ медицина йәмәғәтселеге, тотош йәмғиәт һәм ҡотҡарып ҡалынған һәр айырым кеше исеменән ҡан биреү хеҙмәте учреждениеларына килгән бөтә донорҙарға рәхмәт белдерәбеҙ.