Башҡортостан Президентының “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү тураһында”ғы Указын үтәү йөҙөнән республика башлығы үҙенең бойороғо менән юбилей саралары планын раҫланы.
Планға ярашлы, һуғыш ветерандарының Өфөләге Республика клиник госпиталенең реабилитация бүлеген төҙөкләндереү һәм медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, торлағына капиталь ремонт үткәреү өсөн элекке яугирҙәрҙең йәшәү шарттарын тикшереү, уларға медицина ярҙамы күрһәтеү, социаль яҡлауҙы көсәйтеү ҡарала. Бынан тыш, һәйкәлдәргә, обелиск, мемориалдарға сәскә һалыу, тантаналы митингтар уҙғарыу, сувенир әйберҙәр сығарыу, хәрби ҡәберлектәрҙең паспортын төҙөү, тыл эшсәндәренә һәйкәл проектына конкурс үткәреү һәм уны Өфөлә ҡуйыу, Дан бульвары аллеяһын төҙөкләндереү, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең бюсын икенсе урынға күсереү, “Мемориал-Башҡортостан” дөйөм мәғлүмәттәр банкын ойоштороу өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм башҡа саралар күҙҙә тотола.