Яуаплылыҡ һәр кемдә булһын15.04.2014
Көн һайын тиерлек берәй кешенең автоһәләкәт ҡорбаны булыуы тураһында ишетәбеҙ. Ә инде бер юлы ете, дүрт, өс кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында ҡот осҡос яңылыҡтар тотош йәмәғәтселекте борсоуға һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикалағы ЮХХДИ идаралығының рәсми статистикаһы ла шатландырмай. Ҡорбандар һаны артыуға табан бара.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов, журналистар менән осрашып, йылдың тәүге кварталы һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт бирҙе. Шулай итеп, республика юлдарында йыл башынан 86 кеше һәләк булған, 848-е төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәте алған. Дөйөм алғанда, өс айҙа төбәктә 670 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Эскән килеш рулгә ултырған кешеләр өс аварияға һәм биш кешенең йәрәхәтләнеүенә сәбәпсе булған. Һандар менән тағы шуны әйтергә була: водителдәрҙең ғәйебе менән – 570, йәйәүлеләр арҡаһында 118 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Иң ҡурҡынысы – юл балаларҙы ла аямай. Улар йә пассажир булараҡ йәрәхәтләнә, йә тәгәрмәс аѕтында ҡала. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы иллегә яҡын авария теркәлгән. Унда бер бала үлгән, 55-е төрлө тән йәрәхәте алған. Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, баланы машинала йөрөткәндә уны ныҡлы тотоп торорлоҡ махсус кресло булыуы мотлаҡ. Был күп осраҡта сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡала.
– Һәр кемдә үҙ тормошо, ғәзиз балаһы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо булырға тейеш. Был яуаплылыҡты автоинспекторҙар иңенә генә һалмайыҡ. Бер яңылышлыҡтың төҙәтеп булмаѕлыҡ бәләгә алып килеүе ихтимал бит, – тине Динар Ғилметдинов.
Фажиғәләрҙең күпселеге юлдарҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек булмауға бәйле. Был йәһәттән республиканың ЮХХДИ идаралығы ҡала һәм район хакимиәттәренә, яуаплы предприятие һәм ойошмаларға юлдарҙы ремонтлау, тәртиптә тотоу буйынса мөрәжәғәт ебәргән.
Күптән түгел генә республиканы шаулатҡан авария тураһында ла һүҙ булды. Атап әйткәндә, Сибай менән Өфө араһында кеше ташыу менән шөғөлләнгән егеттең ғәйебе арҡаһында автоһәләкәт ете пассажирҙың ғүмерен өҙгәйне. Әлеге ваҡытта республикалағы барлыҡ маршрут таксиҙарын, автобустарҙы тикшереү бара. Динар Заһит улы әйтеүенсә, аҙна һайын бер көндә Башҡортостан юлдарында “Автобус” операцияһы ойошторола.


Вернуться назад