Тыуған йорт тигән саф шишмәнән көс алып...15.04.2014
Тыуған йорт тигән саф шишмәнән көс алып...
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендәге танылған профессор, БДУ-ның Сибай институты директорының социаль һәм тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Семен Николаевич Черновтың тормош юлы бик ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле. Ул башҡорт ауылында тыуып үҫә, башҡорт мәктәбендә белем ала, башҡорт матбуғатын уҡый, үҙенең башҡорт менталитеты менән күптәрҙе ғәжәпләндерә...
Йәш саҡта башҡа милләттең телен туған теле кеүек күреүе хаҡында уйлап та ҡарамай ул. Быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итә. Йылдар үтеү менән, шәхес булараҡ аяҡҡа баҫыу дәүерен күҙ алдынан үткәргәндә, Чернов был осорҙо бик әһәмиәтле, ыңғай мәл тип баһалай. Юғары уҡыу йортонда үҙе уҡытҡан социология фәне күҙлегенән ҡарағанда, мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгө кешегә ыңғай йоғонто яһай, уның эске донъяһын байыта, тип билдәләй ғалим.
Семен Николаевич ғаиләлә уҡыу культы тәрбиәләгән, матбуғат баҫмаларын күпләп алдырған, нәфис әҙәбиәтте лә үҙ иткән ата-әсәһенә ихлас рәхмәтле.

– Беҙҙең ғаилә “Огонек”, “Ағиҙел” журналдарын айырыуса яратып уҡый торғайны. “Ағиҙел” аша әҙәбиәттәге яңылыҡтар менән таныша инек, – тип хәтерләй ул. – Мәҫәлән, мин Зәйнәб Биишеваның бөтә әҫәрҙәрен уҡып сыҡтым. Журналдың һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайныҡ. Ғаиләлә уны уҡыуға хатта сиратҡа баҫа инек.
Бала сағында Семен уҡытыусы һөнәрен һайларға теләй, ә ата-әсәһе баян алғас, музыкант булырға хыяллана. Ул йылдарҙа ауыл уҡытыусыһының абруйы, дәрәжәһе бик юғары ине. “Киләсәктә кем булаһың?” тигән һорауға күптәр: “Уҡытыусы йәки табип”, — тип яуаплай торғайны. 1961 йылда тәүге космонавт Юрий Гагарин Йыһанға осҡас, малайҙарҙың барыһы ла тиерлек космонавт булырға теләне.
Семен “бишле”гә генә уҡый. Башланғыс класта бер тапҡыр “өслө” билдәһе алғас, нисек илағанын, ҡайғырғанын һаман онотмай.
Бала сағы бик бәхетле була. Һөйөклө ата-әсәһе, ағалары, апаһы һәм өләсәһе Евдокия Ермолаевнаның наҙлы ҡарашы, хәстәрлеге әле булһа хәтерендә.
Сығышы менән ҡайһы яҡтан һуң Семен Николаевич? Өләсәһе — Өфөнән, олатаһы – Баҡалы районынан. Ҡасандыр улар, Баймаҡ районындағы Түбә ауылына күсеп килеп, рудникта эш башлаған. Семендың атаһы Николай Васильевичты ошонан һуғышҡа алғандар. Балалары һәм ейәндәре уның Красный Холм училищеһына эләгеүе, уҡып та бөтмәгән курсанттарҙы фронтҡа ебәреүҙәре, улар араһында легендар Александр Матросовтың да булыуы хаҡында һөйләгәндәрен яҡшы хәтерләй. Николай Васильевич ҡаһарман яҡташыбыҙҙың амбразураға ташланғанын үҙ күҙҙәре менән күргән. 1943 йылда ҡаты яраланғандан һуң фронттан ҡайтарылған, "Һәүәнәк" совхозының һөтсөлөк фермаһында бригадир, идарасы булып эшләгән. Буласаҡ ҡатыны Варвара Егоровнаны ошонда осратҡан.
Черновтарҙың ғаиләһендә биш бала үҫә. Ауылдаштары йыш ҡына Николай Васильевичтан кәңәш һорап килер була. Ул барыһына ла ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Атаһының ихласлығы, итәғәтлелеге балаларына ла күсә.
Семен Николаевич Чернов хеҙмәт эшмәкәрлеген мәктәптә уҡытыусы булып башлай. Артабан – директор, унан Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары вазифаларын биләй. Ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәһен, күңеле ниңәлер белем биреүгә, йәштәр менән эшләүгә тартыла. Сибай институтына Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов директор итеп тәғәйенләнгәс, уны урынбаҫар вазифаһына саҡыра. Семен Николаевич был тәҡдимде ихлас ҡабул итә.
Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелдән түгел, ләкин, социаль-тәрбиәүи эштең тотош системаһы яйға һалынған, үҙ бурыстарын барыһы ла намыҫлы башҡара, студенттар тырышлыҡ һәм әүҙемлек күрһәтә, вуз етәкселеге бөтә башланғыстарҙы хуплай икән, Чернов өсөн атҡарып сыҡмаҫлыҡ бурыс юҡ. Өҫтәүенә ҡала күләмендә бай эш тәжрибәһе лә тупланған.
2011 йылда Семен Николаевич диссертация яҡлап, педагогия фәндәре кандидаты булып китә. Бөгөн ул — педагогика һәм психология кафедраһы доценты. Әйтергә кәрәк, ғалимдың һуңғы йылдарҙағы ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге айырыуса уңышлы булды. Ул бик күп мәҡәлә, уҡытыу-методик ҡулланмалар нәшер итте, монография сығарҙы.
Уҙғарылған төрлө бәйгеләргә, конкурстарға ҡарата Семен Николаевичтың үҙ фекере бар.
– Һөнәри конкурстар мотлаҡ үткәрелергә тейеш, сөнки улар ярыш барышында кешенең һәләтен, үҙенсәлектәрен асырға булышлыҡ итә, – ти ул. – Бындай саралар ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың эргәһендәгеләрҙе ижади йәһәттән даими эҙләнергә, иң яҡшы тәжрибәне өйрәнергә, таратырға мәжбүр итә. Минеңсә, конкурстар тейешле кимәлдә уҙғарыла. Бында иң мөһиме – формаль ҡарашҡа юл ҡуймау.
Семен Чернов менән хәҙерге мәктәп, ошо өлкәләге үҙгәрештәр, йәмғиәттә уҡытыусыға мөнәсәбәт тураһында ла һөйләшәбеҙ. Уның фекеренсә, бөгөн мәктәп бөтөнләй икенсе, әлбиттә. Уҡытыусыға мөнәсәбәт тә бүтәнсәрәк. Ғалимдың фекеренсә, йәмғиәттә цивилизациялы мөнәсәбәттәр булдырырға теләйбеҙ икән, уҡытыусының әһәмиәтен иғтибарға алыу мотлаҡ.
Ғәҙәттә, балалар иң яратҡан уҡытыусыһының образын бер ҡасан да онотмай. Семен Николаевич өсөн ундай шәхес – Нурмөхәмәт ағай Асҡаров. Һуңыраҡ үҙе лә ошо һөнәрҙе үҙләштергәс, балалар менән эшләүҙә уның ҡайһы бер алымдарын файҙаланған.
Ысын педагог булараҡ, уның "тәрбиә мәсьәләһендә ғаилә төп әһәмиәткә эйә" тигән фекере үҙгәрешһеҙ ҡала. Илебеҙҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булһын тиһәк, эште үҙебеҙҙән башларға тейешбеҙ. Тәрбиәнең иң йоғонтоло алымы – шәхси өлгө күрһәтеү. Семен Николаевич "балаларҙы нимәгә булһа ла мәжбүр итергә ярамай, уларҙың өлгөрөп еткәнен көтөргә кәрәк" тигән фекерҙә. Улдарының баянда уйнарға өйрәнеүен теләй атай кеше. Оло улы ҡурайҙа, гитарала уйнаһа, уртансыһы бейеү менән мауыға. Кинйәләре генә музыка мәктәбендә уҡып, баянды үҙләштергән.
Бөгөн Черновтарҙың балалары тормошта үҙ юлын тапҡан: оло улы Вячеслав – юрист, уртансыһы Станислав – иҡтисадсы, кесеһе Александр – табип. Ейәндәр ҙә үҫеп килә.
Семен Николаевич һәр йәһәттән үҙен бәхетле тип һанай. Яратҡан эше, эргәһендә яҡындары, тормош иптәше Светлана Николаевна, улдары, тоғро дуҫтары, хеҙмәттәштәре бар. Уның билдәләүенсә, бала саҡ, йәшлек күңелдән бер ҡасан да китмәй, бар булмышыңды, асылыңды һуғара, һәр күҙәнәгеңә үтеп инә, йәшәү рәүешеңә әүерелә, яҡындарың, тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәттәреңдә сағылыш таба. Семен Николаевич әүәлгесә баянда уйнай. Был да бала саҡтан, мәктәп йәшенән килә. Ғаилә бергә йыйылғанда, элекке һәм заманса йырҙарҙан торған концерт ҡуялар.
Профессор Черновтың Николай Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” әҫәрендәге “Тормош юлын маҡсатһыҙ йәшәлгән йылдар өсөн һыҙланмаҫлыҡ итеп үтергә кәрәк” тигән һүҙҙәрҙе үҙ итеүе лә осраҡлы түгел. Студенттарын ул тап ошо рәүешле йәшәргә саҡыра. Уларҙың күбеһе кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған, яуаплы вазифалар биләй. Ә инде яңы ғына оло тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә Семен Николаевич һөнәр һайлауҙа хаталанмаҫҡа кәңәш итә, сөнки тап хеҙмәт аша кеше йәшәйештәге төп ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерә, унан кинәнес таба.


Вернуться назад