Сама белһәң, зыяны теймәҫ12.04.2014
Сама белһәң, зыяны теймәҫ
Хәҙерге заманды күптәр компьютерһыҙ һәм ундағы уйынһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Бының менән балалар, уҡыусылар ғына түгел, оло кешеләр ҙә мауыға. Бәғзеләрҙең көндәр буйы компьютерҙа уйнап ултырыуын барыбыҙҙың да күргәне барҙыр. Улар был яратҡан "эшенә" әллә күпме сәғәтен әрәм итә. Уйындарҙың зарары тураһында Интернет селтәрҙәрендә, гәзит-журналдарҙа бик күп яҙалар.

Беренсенән, виртуаль донъяға инеп, бер аҙға тормош мәшәҡәттәрен оноторға була. Унда ниндәй генә мөмкинлектәр, уйындар юҡ. Араларында, әлбиттә, файҙалылары ла осрай. Һүҙ башватҡыс, ребус һәм төрлө логик уйындар тураһында барғанда, улар кешенең аңын үҫтерергә, хәтерен шәбәйтергә булышлыҡ итә. Бүтән уйындарҙағы һымаҡ, бында тиҙлек тә, текләп ҡарап ултырыу ҙа кәрәкмәй. 3 – 5 йәшлек сабыйҙар иһә шулай алфавитты үҙләштерә, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы менән таныша, һанарға һәм сит телдәрҙе өйрәнә ала.
Өлкән кешеләргә иһә уйындар ауыр эш көнөнән һуң ял итеп алырға булышлыҡ итә. Оксфорд университеты психологтары тикшеренеү үткәреп, компьютер уйындары депрессиянан, стрестан, психологик көсөргәнештән ҡотҡара тигән һығымтаға килгән.
Интернет селтәрен сама белеп ҡулланһаң, файҙалы яҡтарын да табырға була, тик уның зарарын оноторға ярамай. Беренсе сиратта компьютер һаулыҡҡа зыянлы. Уға күп текләп ултырыу күреү һәләтенең түбәнәйеүенә килтерә. Көндәр буйы уйнаһаҡ, виртуаль донъя ҡомарына эләгеүебеҙ ихтимал. Был саҡта кеше тик ошо тормош менән генә йәшәй башлай, уның аппетиты боҙола, йоҡоһо ҡаса. Шуға ла ваҡытында туҡтай белеү үҙебеҙҙән генә тора.
Компьютер алдында күп ултырыу психиканы ла боҙа, уның менән артыҡ мауыҡҡандарҙа агрессия көсәйә.
Бик күптәр Интернеттағы түләүле уйындарҙа аҡсаһын юғалта, башҡаларҙан өҫтөнөрәк булыу сәме ваҡытында туҡтала белмәүгә этәрә.
Интернет селтәре донъяла үҫешкәндән-үҫешә, уны бер нисек тә туҡтатып булмай, ҡулланыусылар һаны ла йылдам арта. Хәҙер бәғзеләр уға өҫтөнлөк биреп, телевизор ҙа ҡарамай, радио ла тыңламай. Кешене ылыҡтырыу өсөн виртуаль донъя яңынан-яңы мауыҡтырғыс нәмәләр уйлап сығара. Тик барыбыҙ ҙа яҡшы менән насарҙы айыра белергә тейешбеҙ. Эштән, дәрестән һуң ял иткән арала бер ни тиклем ваҡытты ғына Интернетҡа бүлергә мөмкин. Тик һәр нәмәлә сама беләйек. Социаль селтәрҙә аралашҡанда, мәғлүмәт эҙләгәндә, уйнағанда бәйлелек ҡолона әүерелмәйек. Киләсәгебеҙҙе уйлап, һау-сәләмәт тормошто һайлайыҡ.
Фәнүзә КИЛЕНБАЕВА,
БДПУ студенты.


Вернуться назад