Асыштары менән уртаҡлаштылар12.04.2014
"Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт — Башҡортостан" III Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү конференцияһында ҡатнашыу өсөн илдең йәш ғалимдары Туймазыла йыйылды.

Өфө дәүләт авиация техник университетының Туймазы ҡалаһындағы филиалы директоры Салауат Мөсифуллин әйтеүенсә, форумдың сираттағы этабына һайлап алыу һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән 320 студент һәм уҡыусы индерелде. Уларҙың барыһын да тикшеренеү эшенә ҡыҙыҡһыныу, яңылыҡтарҙы белеүгә ынтылыш, шулай уҡ асыштар менән уртаҡлашыу теләге берләштерә. Йәмғеһе 17 секцияла тикшеренеү эштәре менән таныштырылды.
— Республикабыҙҙағы төп юғары уҡыу йорттары профессорҙары һәм уҡытыусылары, атҡаҙанған фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, предприятие һәм ойошма белгестәре эштәрҙе ентекле тикшерҙе, — тине Салауат Мөсифуллин.
Конференцияла шулай уҡ лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни саралар ойошторолдо. Иң яҡшы тикшеренеүҙәрҙең авторҙарына миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Сараны ойоштороусылар Рәсәй йәштәренең фәнни ҡеүәтен үҫтереүҙе, әүҙем гражданлыҡ позицияһы булдырыуҙы, ватансылыҡ рухы тәрбиәләүҙе бурыс итеп ҡуйғайны. Конференцияны Өфө дәүләт авиация техник университетының Туймазы филиалы менән "Киләсәк интеллекты" бәләкәй фәндәр академияһы уҙғарҙы. Мәғариф министрлығының Республика уҡытыу-фәнни методик үҙәге, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Туймазы районы хакимиәте, ҡаланың 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе ҙур ярҙам күрһәтте.



Вернуться назад