Азат Әһиҙуллиндың иң ҙур хыялы — Йыһанға осоу. Бала саҡта милиционер булырға уйлаһа, үҫеп еткәс, юғары квалификациялы программалаусы һөнәрен үҙләштерергә ҡарар итә.
2009 йылда тыуған ере — Салауат районындағы Арҡауылды ҡалдырып, Күмертау авиация техник колледжына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, Адлер ҡалаһындағы күсемһеҙ милек агентлығына өлкән программалаусы-дизайнер булып эшкә урынлаша, бер үк ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә. Тик эш менән уҡыуҙы кисектереп торорға тура килә: Ватан алдындағы бурысын үтәргә китә. Йәш һалдатты Кавказға ебәрәләр. Ике ай үтеүгә, ата-әсәһенә Дағстандан хат килә. "Улығыҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Ул бер төркөм террорсының хәрби часть биләмәһенә үтеп инеүенә юл ҡуйманы", — тип хәбәр итәләр унда.
— Хәрби дежурҙа торғанда сит-ят кешеләрҙе күреп ҡалдым. Улар беҙҙең паркка мина һалырға ниәтләнә ине. Рация аша һөжүм тураһында үҙебеҙҙекеләргә хәбәр иттем һәм объектты һаҡларға тырыштым. Көслө атыш башланды. Һөҙөмтәлә өс кешене тоттом, ҡалғандары ҡоралын һәм шартлатыу өсөн әҙерләнгән фугасты ташлап ҡасты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бик ҡурҡтым. Иҫән ҡалғым килә ине. Тыуған ил алдында биргән антым һәм ватансылыҡ рухы ҡасыуҙан тыйҙы. Был йәһәттән бала саҡтан уҡ рух көсө, ҡыйыулыҡ, ғәҙеллек тәрбиәләгән, хәрби күнекмәләр үткәргән атайымдың хеҙмәте бик ҙур булғандыр, — тип хәтерләй ул ваҡиғаны Азат.
23 февраль алдынан ҡыйыу һалдатты "Кавказдағы хеҙмәте өсөн" тәреһе һәм күкрәккә тағылмалы билдә менән бүләкләп, кесе сержант званиеһын биргәндәр. Шул уҡ ваҡытта "БМП наводчигы" тигән хәрби белгеслек тә ала. Әле уны йәмәғәт тәртибен һаҡларға тип Ҡырымға ебәргәндәр. Һалдат унда ла хәрби бурысын намыҫлы үтәй.
Авиация техник колледжының бүлек мөдире Ольга Хәйерова уны бына нисек һүрәтләй: "Азат — тыныс, етди, тәрбиәле егет. Уҡытыусылар һәм төркөмдәштәре менән үҙен һәр саҡ итәғәтле тотто, дәрес ҡалдырманы, тырышып уҡыны. Киләсәктә юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлар, тигән фекерҙәмен. Уға уңыштар теләйем".
Раушания САТТАРОВА,
Өфө авиация техник
колледжы уҡытыусыһы.