Заман йәштәре тураһында һүҙ барғанда, Алина Хәкимова кеүек булдыҡлы ҡыҙҙар күҙ алдына килеп баҫа. Мәктәпте көмөш миҙалға, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының иҡтисад факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған ҡыҙ үҙенең тырышлығы, маҡсатына ҡыйыу ынтылыуы менән һоҡландыра.
Хәҙер инде Алина — туған факультетында үҙе студенттарға остаз. Шул уҡ ваҡытта икенсе юғары белем ала – ошо уҡ университеттың юридик факультетында уҡый. Улай ғына ла түгел, С.П. Королев исемендәге Һамар дәүләт аэрокосмос университеты аспиранты ла.
— Бәләкәй сағымдан уҡ уҡырға, күпте белергә тырыштым. Төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар ала торғайным. Юғары уҡыу йортона ингәс, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге конференцияларҙа сығыш яһаным, уңыштарға өлгәштем, — ти Алина Камил ҡыҙы.
Ҡаланың йәмәғәтселек тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгән ҡыҙ үҙен лидер булараҡ та иҫбатланы. Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы йәштәр советы секретары тиңдәштәрен яҡшы эштәргә әйҙәп, рухландырып тора. Күркәм сифаттар уға ата-әсәһенән күскәндер, моғайын. Ҡалала үҫһә лә, туған теленә, моңона, халыҡ йолаларына сорналып буй еткерә. Хатта урыҫ мәктәбендә уҡыу ҙа Алинаға әсә телен өйрәнергә ҡамасауламай. Башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, Стәрлетамаҡ мәктәптәре араһында һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөй. Ғаиләһендә алған ошо рухи байлыҡҡа башҡаларҙың да эйә булыуын теләй ул.
Һәр башҡорт үҙенең ете быуынын белергә тейеш тигән аманатты ла онотмай ҡыҙ. Ете быуынын ғына түгел, ә нәҫел-нәсәбен тотош ентекләп өйрәнгән. Быйыл Ишембай районының Байғужа ауылында әсәһе яғынан туғандары Баһауетдиновтарҙың шәжәрә байрамын гөрләтеп үткәрҙеләр. Тамырҙары бик тәрәнгә киткән һәм зауыҡ менән эшләнгән шәжәрә ағасы байрамдың оло биҙәге булды.
Йәштәр араһында киң таралған “Һылыуҡай”, “Яҙ гүзәле” кеүек матурлыҡ бәйгеләренән дә ситтә ҡалмай Алина. Мәҫәлән, 2011 йылда “Яҙ гүзәле” конкурсында гран-при яуланы. Бындай конкурстарҙа әсә телен, халҡының тарихын, мәҙәниәтен тап уның ише яҡшы белгән ҡыҙҙар ғына ҡатнаша бит.
— Шуныһы шатлыҡлы: булдыҡлы йәштәребеҙҙең тауышы ҡыйыуыраҡ яңғырай бара, — ти Алина. — Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының “Страйк” КВН командаһында уйнаған егет һәм ҡыҙҙарҙы ғына алайыҡ: күҙҙәре осҡонланып, баҫҡан еренән ут сығарып торған сая йәштәр — вуздың ғына түгел, ҡалабыҙҙың да ғорурлығы!
Эйе, бөгөн йәмғиәтебеҙгә яҡшы белгестәр менән бер рәттән, ҡыҙыҡһыныусан, тыуған ҡалаһына, республикаға, илгә файҙалы булырға ынтылған әүҙем кешеләр кәрәк. Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы йәштәр советы үҙ сафын тап шундай егет һәм ҡыҙҙар менән тулыландыра ла инде.