Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең был алымына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлыҡ итә.
Ҡарар ҡабул итеү ваҡытыҒаризаны ҡабул иткәндән һуң биш эш көнө эсендә кредит ойошмаһы документтарҙы Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ебәрә.
Биш эш көнө эсендә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ғариза биреүсенең Башҡортостандың Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау системаһында ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарай һәм ҡабул ителгән ҡарарҙы кредит ойошмаһына еткерә.
Ғаризаны ҡабул иткәндән һуң ете эш көнө эсендә кредит ойошмаһы вкладта аҡса йыйылып бөткәндән һуң торлаҡ кредиты биреү тураһында ҡарар ҡабул итеү мәсьәләһен ҡарай.
Тимәк, Башҡортостандың Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау системаһы проектында ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында ҡарар 5 – 17 эш көнө эсендә ҡабул ителә ала.