Яңауылдар — яңы фатирҙа12.04.2014
Яңауылдар — яңы фатирҙа
Көтмәгәндә килгән ауырлыҡ һәм һынауҙарҙы алдан күҙаллау, улар менән идара итеү һәләте беҙгә бирелмәгән. Шулай ҙа ҡатмарлы хәлдән тиҙерәк сығыу, кире эҙемтәләрҙе бөтөрөү, киләсәктә улар ҡабатланмаһын өсөн тейешле сара күреү тулыһынса үҙебеҙҙән тора. Бының нәҡ шулай икәнен Яңауыл ҡалаһының Совет урамындағы йортта булған шартлауға бәйле ваҡиғалар тағы ла бер тапҡыр раҫланы.

Янғындан аҙыраҡ зыян күргән икенсе һәм дүртенсе подъездарҙа йәшәүселәр үҙ фатирҙарына март урталарында ҡайта башлаһа, айырыуса ныҡ зарарланған өсөнсө подъезда төҙөкләндереү эше ай аҙағына ғына тамамланды. Апрелдың тәүге йомаһында фатирҙар үҙ хужаларын ҡабул итте.
Белгестәр билдәләүенсә, шартлау тулҡыны бүлмәләр араһындағы ун алты стенаны, егерме бер ишек һәм илле алты тәҙрә блогын емерә, ҡайһы бер түшәм плитәләрен урынынан ҡуҙғата. 360 квадрат метр майҙанды ялмап алған ялҡын ете фатирҙың йорт кәрәк-ярағын тулыһынса юҡ итә. 12 фатир утты һүндереү барышында шул уҡ дәрәжәлә зыян күрә, өсөһөндә әйберҙәр өлөшләтә сафтан сыға. Бигерәк тә шартлау урынына яҡын ерҙәрҙә фажиғә эҙемтәләре тетрәндерерлек ине.
Яңауылдар — яңы фатирҙаРеспублика башлығы Рөстәм Хәмитов, ғәҙәттән тыш хәл урынында ике тапҡыр булып, төҙөкләндереү эштәрен тамамлауҙың аныҡ ваҡытын билдәләне. Көнө-төнө ошо йорттоң мәшәҡәттәрен хәл итеүҙә ҡатнашҡандарҙың фиҙакәр хеҙмәте яҡшы һөҙөмтәгә килтерҙе: өсөнсө подъезда йәшәүселәрҙең барыһы ла үҙҙәренең яңыртылған торлағына ҡайтты.
Фатирҙарҙы бөгөн танырлыҡ та түгел, уларҙың эске бүлмәләренең һәм балкондарының ишектәре алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Иҙәндәргә линолеум йәйелгән, стеналарға матур обой йәбештерелгән. Йылылыҡ батареялары, газ плитәһе һәм колонкаһы, сантехника һәм электр ҡорамалдары, шул иҫәптән түшәмдәге яҡтыртҡыс һәм люстралар – барыһы ла өр-яңы. Балкондар аҫҡы яҡтан — профнастил, өҫтән быяла менән көпләнгән.
— Ысынлап та, яңы фатир алған һымаҡ булдыҡ, — тип оло шатлығы менән уртаҡлашты Әҙисә Мөсәүирова. – Мин генә түгел, өс подъезда йәшәүселәрҙең береһе лә бындай ҙур күләмдәге төҙөкләндереү эштәрен үҙҙәре генә башҡарып сыға алмаҫ ине. Һоҡланмаҫлыҡ түгел бит: бүлмәбеҙ “көлөп” тора! Мебель һәм башҡа йорт кәрәк-ярағы алыуға ла компенсация аҡсаһы тулыһынса етте. Донъяны яңыртып, өй туйланыҡ та инде.
Һалҡын ғинуар кисендәге көтөлмәгән фажиғә, ауыр кисерештәр яңауылдарҙың хәтеренән юйылып өлгөрмәһә лә, бөгөн уларҙың күңелендә шатлыҡ хистәре тантана итә.
— “Башнефтепромстрой” тресы, “Интеграл” фирмаһы төҙөүселәре, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы эшсәндәре ҙур тырышлыҡ һалды, — тине Яңауыл районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев. – Төҙөкләндереү эшенә йәлеп ителгән һәр кем маҡтауға лайыҡ. Һәммәһе үҙенә йөкмәтелгәнде намыҫлы һәм юғары сифатлы итеп үтәне, өҙөклөккә юл ҡуйылманы.
Бөтә эш күләме бөгөн күҙгә бик салынмай: ҙур ҡаза күргән фатирҙарҙа йорттоң тышҡы стеналары 84 анкер менән беркетелгән, өс түшәм плитәһе алмаштырылған, ун дүрте арматура менән нығытылып, бетонға ултыртылған. Бынан тыш, ихата яғындағы стена, өлөшләтә һүтелеп, яңынан һалынған, елләтеү шахтаһы тергеҙелгән. Шартлау булған фатир өҫтөндәге түшәм дә яңынан ҡоролған, ә тотош өйҙөкө төҙөкләндерелгән. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20 миллион һумлыҡ эш башҡарылған. Йәйгә сыҡҡас, ихата тәртипкә килтерелеп, йорттоң фасады буяласаҡ. Башҡортостандың халыҡты социаль яҡлау үҙәге Нефтекама филиалының Яңауыл бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, республика бюджетының резерв фондынан янғын эҙемтәләрен бөтөрөүгә тәүге көндәрҙә үк 960 мең һум аҡса бүленгән. Ҡаза күргән фатирҙарҙа теркәлгән 96 кеше ун мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алған, һуңыраҡ быға тағы ла бишәр мең өҫтәлгән. Яҡындарын юғалтҡан биш ғаиләгә берәр миллион һум бирелгән.
— Фажиғәгә тарығандарға ярҙам йөҙөнән хәйриә акцияһы иғлан ителде, — тип һөйләй район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гәүһәр Миндийәрова. — Махсус асылған иҫәпкә 10 миллион 332 мең һумға яҡын аҡса килде. Уны таратып биреү ауыр хәлгә тарығандар менән эшләү буйынса ведомство-ара совет ҡарары нигеҙендә башҡарылды.
Матди ярҙам күрһәткәндәрҙең араһынан биш миллион һум аҡса күсергән “Урал” хәйриә фонды, шулай уҡ Күмертау ҡалаһының социаль үҫешенә булышлыҡ итеү хәйриә фонды (285 мең һум), Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты (256 мең һум), Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы (230 мең һум), Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай секретариаты (178,9 мең һум), Борай һәм Тәтешле райондары хакимиәттәре (100-әр мең һум) тәү сиратта оло мәрхәмәтлек күрһәтте. Уларҙан тыш махсус иҫәпкә аҡса күсергән, ауыр хәлдә ҡалғандарға кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре ебәргән һәм республикабыҙҙың бында исемдәре аталмаған ҡала һәм райондарының биш йөҙҙән ашыу предприятие, ойошма һәм учреждение коллективтарына, шулай уҡ айырым кешеләргә ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәре барып етһен. Башҡортостандың күрше төбәктәрендә генә түгел, икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәүселәрҙең дә сит бәләне күңелдәренә яҡын ҡабул итеүе бары тик изге хистәр генә уята.
Һорамай килгән бәләнең эҙемтәләре ваҡыт үтеү менән онотолор, күңел яралары ла уңалыр. Шулай ҙа ауыр ваҡытта яңауылдарға ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың изгелеге ерҙә ятып ҡалмаҫ. Яңыртылған фатирҙарҙа йәшәгәндәр быны мотлаҡ иҫтә тотасаҡ.


Илшат Вәзиғәтов, Яңауыл районы хакимиәте башлығы:
— Республика башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләгән бурысты теүәл үтәп, тейешле ваҡытҡа ҡазаға тарыусыларҙы үҙ фатирҙарына ҡайтарҙыҡ. Етәкселәрҙән башлап ябай эшселәргә тиклем төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан һәр кем фиҙакәр хеҙмәт күрһәтте, ҡушылғанды оло яуаплылыҡ менән башҡарҙы.
Икенсенән, беҙҙең өлөшкә төшкән бәләне үҙҙәренеке кеүек ҡабул итеп теләктәшлек белдереүселәрҙең һәм матди ярҙам күрһәтеүселәрҙең бөтәһенә лә яңауылдар исеменән ҙур рәхмәт белдерәм. Көтмәгәндә төшкән ауыр һынау алдында яңғыҙ ҡалмағаныбыҙҙы тойоу беҙгә өҫтәмә көс бирҙе.
Барыбыҙға ла бер теләк: киләсәктә бындай бәлә-ҡаза халҡыбыҙҙы урап үтһен!


Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.


Вернуться назад