Балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, йәғни 15 апрелдән 10 июнгә тиклем, Башҡортостанда сәнәғәт балыҡсылығы тыйыла. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, спорт һәм һәүәҫкәр балыҡсылыҡ 1 майҙан 10 июнгә ҡәҙәр сикләнә.
– Был осорҙа һәүәҫкәр балыҡсыларға ярҙан тороп бер ҡалҡыуыслы йәки батырғыслы ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә. Шул уҡ ваҡытта ҡармаҡҡа икәүҙән артыҡ ырғаҡ тағыу тыйыла. Бынан тыш, спиннингтарҙы ла файҙаланырға ярамай, – тине министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Ошо ике айҙа республикалағы йылға-күлдәр ныҡлы күҙәтеләсәк. Балыҡсылыҡты һаҡлау инспекцияһы менән берлектә полиция хеҙмәткәрҙәре, Хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау идаралығы белгестәре рейд үткәрәсәк.