Иммунизация аҙналығы башлана12.04.2014
21 — 26 апрелдә бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк Башҡортостанда ла Европа иммунизация аҙналығы үткәрелә.

Акцияның төп маҡсаты — прививкаларҙың мөһимлегенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, иммунизацияның өҫтөнлөгө тураһында хәбәрҙар булыу кимәлен күтәреү. Йыл һайын республикала 2 миллион кешегә вакцина яһала. Былтыр, “Вакцинопрофилактика” программаһына ярашлы, федераль ҡаҙнанан — 144 миллион һумдан ашыу, республика бюджетынан 54 миллион һум аҡса бүленгән.
Башҡортостанда, шул иҫәптән Өфө ҡалаһында, ойошторолған саралар һөҙөмтәһендә һуңғы тиҫтә йылда дифтерия, полиомиелит, тартышыу кеүек йоғошло ауырыуҙар тулыһынса юҡҡа сыҡты тиерлек. Паротит, ҡыҙылса, ҡыҙамыҡ сирҙәре ярайһы уҡ кәмене. Шул уҡ ваҡытта прививканан баш тартҡан кешеләр төркөмө лә бар. Ундайҙарға дини ғаиләләр, асарбаҡтар, мигранттар инә. Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы прививка яһатмау сир таралыуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Мәҫәлән, Курск өлкәһендә Евангелие христиандары араһында күңелһеҙ ваҡиға булды. Унда 200-ҙән ашыу кеше ҡыҙылса менән сирләне.
Медицина хеҙмәткәрҙәре ошондай хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында республиканың барлыҡ халҡын дауалау ойошмаларына килеп, прививка яһатырға саҡыра.



Вернуться назад