Үҙебеҙҙең Шәһризада12.04.2014
Үҙебеҙҙең Шәһризада
Бынан ике йыл элек Өфө ҡыҙы Анжелика Якусева «Русса топ-модель» шоуында ҡатнашҡайны. Көнсығыш йөҙ-ҡиәфәте өсөн башҡа ҡыҙҙар үҙ-ара уны Шәһризада тип йөрөткәйне. Был тапшырыу Анжеликаға «ОТТО» каталогының йөҙө булыу мөмкинлеген бүләк итте. Ошо һылыуҡай иртәгә Мысырҙың Эль-Гуна ҡалаһында башланасаҡ «Донъяның топ-моделе-2014» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.

Ҡасандыр модель карьераһы тураһында уйлап та бирмәгән ҡыҙҙың бындай кимәлдәге конкурста ҡатнашыуы – үҙе бер ғәжәйеп күренеш. Башҡорт һәм инглиз йырҙарын үҙенсәлекле башҡарған, әллә күпме тамашасының һөйөүен яулаған Анжелика сит тарафтарҙа ла ҙур уңышҡа өлгәшер тип өмөт итәйек. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта ҡыҙҙарыбыҙ һылыулығының ил генә түгел, хатта донъя кимәлендә лә танылыу яулай барыуына күнегеп тә барабыҙ шикелле. Был юлы ла Өфө ҡыҙы тамашасыларҙы таң ҡалдырыр әле.


Вернуться назад