Хаҡ арта ла арта... Ни өсөн?12.04.2014
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән кешеләр коммуналь түләүҙәге яңы үҙгәреште һиҙеп өлгөргәндер, 1 февралдән ул бер ни тиклемгә артты. Был юлы үҙгәреш эҫе һыуға ҡағылды. Хәҙер уның өсөн, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ике компонент буйынса түләйәсәкбеҙ.
Үҙгәреш нимәнән ғибәрәт? Әгәр быға тиклем эѕе һыуға ғына түләһәк, хәҙер уның өсөн хаҡ һыуыҡ һыу һәм йылылыҡ энергияһы компоненттарынан торасаҡ.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты янындағы эксперт советының кисәге ултырышы тап ошо яңылыҡҡа ҡағылды. Эксперт советы рәйесе Рөстәм Мосабиров әйтеүенсә, тарифтар темаһы – һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәлә.
– Хаҡ артыуға бәйле Совет ултырыштары күп булыр әле, тип уйлайым, сөнки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәрештәргә халыҡ ныҡ иғтибар итә. Ҡайһы саҡта хаҡтың ни өсөн артыуы ла аңлашылып бөтмәй. Башҡортостанда эѕе һыу менән тәьмин итеүҙә ни өсөн ике компонентлы тариф ҡулланылыуын асыҡларға кәрәк, – тине ул.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубровский фекеренсә, әлеге осраҡта идарасы компанияларға эш сәйәсәтен үҙгәртеү зарур.
– Бөгөн беҙ тарифтың түгел, ә эѕе һыу өсөн түләүҙең формаһы үҙгәреүен күҙәтәбеҙ. Тик сәбәбен белмәй тороп, күберәк түләгән кеше өсөн был аңлашылмай, – тине ул.
Эксперт советы ағзалары фекеренсә, ниндәй ҙә булһа яңылыҡ индереүгә алдан әҙерләнергә кәрәк. Был — граждандарға ваҡытында дөрөѕ мәғлүмәт бирергә, аңлатыу эше алып барырға кәрәк тигән һүҙ. Ә инде июлдә йәнә хаҡ артыуы планлаштырылғанын күҙ уңында тотҡанда, был эш тағы ла мөһимерәккә әйләнә.
Бер һөйләшеү барышында ғына бар һорауҙарға ла яуап табып булманы. Шуға күрә әлеге мәсьәлә буйынса тағы йыйылып фекер алышыуҙы дауам итергә, тигән ҡарар сығарылды.



Вернуться назад