Устарымдан ҡоштар ем сүпләй18.01.2012
Устарымдан ҡоштар ем сүпләйЫсынлап та, ҡыш аҡ бәҫ ҡунған ағастары, тәҙрәгә семәрләп төшөрөлгән һүрәттәре менән әсир итә. Ҡышҡы урманда йөрөү әкиәт донъяһына сәйәхәт менән бәрәбәр.
Мин Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге урманда ял итергә яратам. Форсат сыҡҡанда, бер тапҡыр булһа ла ошо хозур ерҙе саңғы менән урап сыҡһаң, бер йылға етерлек күтәренке кәйеф алаһың. Урман аша ике километрлыҡ “Һаулыҡ һуҡмағы” тип аталған юл һалынған. Иртән дә, кисен дә олоһо ла, кесеһе лә күп була бында. Өлкән йәштәгеләр һөйләшә-һөйләшә яйлап ҡына атлаһа, бәләкәстәр ҡыҫҡа саңғыла ярыша-ярыша шыуа йә конькиҙа йөрөй. Саф һауала иҙрәп йоҡлаған бәпестәр менән йәш әсәйҙәр ҙә байтаҡ. Саңғы юлы ла һалынған.
Ҡарағай урманының файҙаһы тураһында йыш яҙалар. Билдәле шифаханаларҙың ҡарағай урманы янында урынлашыуы юҡҡа түгел. Бындай урында микробтар булмай, яҙ талпан да юҡ, тиҙәр. Һомғол буйлы хуш еҫле ҡарағайҙар, аҡ шәлдәрен бөркәнеп, тын ғына тора.
Урманда ҡоштар ҙа, йәнлектәр ҙә күп. Бының сере – тубырсыҡтарҙа. Уның эсендәге тәмле орлоҡтар – тумыртҡа, ҡарабаш турғай, сысҡан һәм тейендәр өсөн тәмле һый.
Һуҡмаҡ тамамланған урында спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн турниктар ҡуйылған. Уларҙан арыраҡ торған эскәмйәләр янындағы ҡыуаҡтарҙа балалар өлкәндәр ярҙамында тағараҡтар элгән. Беҙ ҙә урманға тәүге барғанда тағараҡ эшләп алып барабыҙ. Был ашхана эргәһендә ҡоштарҙың иҫәбе-һаны юҡ! Бер ағаста 50-нән ашыу турғай һананыҡ! Оҙон ара үткәндән һуң ҡоштарҙың сыр-сыу килеп ашағанын күҙәтеп ултырыуы – үҙе бер кинәнес. Ҡоштар ҡурҡыу белмәй, ҡулдан да ашай, яурыныңа ла килеп ҡуна. Ҡарабаш турғайҙар бигерәк әрһеҙ! Тәүге көндә алып барылған ем уларға оҡшаманы. Иртәгәһенә күстәнәскә ҡурылған көнбағыш килтерҙек. Был һый ҡоштарҙың күңеленә хуш килде. Сутылдай-сутылдай ашанылар. Уларҙың батырланып кешегә килеп ҡуныуына айырыуса улым менән ҡыҙым ҡыуанды. Ҡоштар таралып, кеше аяғы һирәгәйгәс, ҡалған күстәнәстәр менән һыйланырға тип, тейен дә килеп етә, ләкин ул ҡурҡағыраҡ. Шуға уны түҙемлеге булғандар ғына күреп ҡала.
Шаулы ашхананы үтеп, кеше һирәк йөрөгән һуҡмаҡҡа төшһәң, шыршы турғайҙарын осратырға мөмкин. Тумыртҡаның да ике төрөн күҙәткәнем бар. Сысҡан, ҡуяндар ҙа урманды үҙ иткән.
Шаулап үҫкән урмандың үҙ тарихы бар. Уны 1917 йылда урмансы булып эш башлаған Петр Игнатьевич Маков ултыртҡан. Петр Игнатьевичтың беҙҙең аранан китеүенә ярты быуат ваҡыт үтһә лә, ҡала халҡы әле лә уның исемен ғорурлыҡ менән телгә ала. Ағастарҙы ул сәсеүлектәрҙе ҡомдан һаҡлау өсөн ултыртырға ҡарар иткән.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Устарымдан ҡоштар ем сүпләйУстарымдан ҡоштар ем сүпләйУстарымдан ҡоштар ем сүпләй


Вернуться назад