Еңел автомобилдә кем елдерер?11.04.2014
Еңел автомобилдә кем елдерер?
"Төбәк-ара матбуғатҡа яҙҙырыу агентлығы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте халыҡтың журнал-гәзит уҡыуға әүәҫлеген арттырыу, "подписка хеҙмәте" төшөнсәһенең әһәмиәтен күтәреү, матбуғат баҫмаһы алдырыусыларҙың даирәһен киңәйтеү маҡсатында төрлө сараларҙы даими ойоштора. Ошо көндәрҙә үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс конкурс иғлан итеүҙәре – шуға асыҡ миҫал.

Ул нимәнән ғибәрәт? Хәбәр итеүебеҙсә, әле йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланып тора. Ә "Төбәк-ара матбуғатҡа яҙҙырыу агентлығы" йәмғиәте биргән мәғлүмәткә ярашлы, тотош илебеҙ буйынса "Подписка өсөн – автомобиль!" конкурсы үткәрелә, йәғни 1 апрелдән 30 июнгә хәтлем 2014 йылдың II яртыһына гәзит-журналға (улар мотлаҡ "Рәсәй почтаһы" каталогына ингән булырға тейеш) яҙылғандарҙың ҡиммәтле приз – "Lada Granta" автомобиле һәм аҡсалата бүләк алыу – мөмкинлеге бар. Бәйгелә 18 йәше тулғандарға һәм унан өлкәнерәктәргә ҡатнашыу хоҡуғы бирелгән. Матбуғат баҫмаһы конкурста ҡатнашыусының үҙ исеменә яҙҙырылған булырға тейеш.
Подписка абонементтарын (СП–1 формаһы) һәм чек күсермәләрен почта аша түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ:
127 994, РФ, г. Москва, К-51, ГСП-4, Цветной бульвар, 30, стр.1, ООО "МАП", "Автомобиль".
Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт сайтта ла урынлаштырылған: http: //vipishi.ru/doсument/214/pravila-konkursa-avtomobil-za-podpisku Һәр ҡатнашыусынан бер генә заявка ҡабул ителә. Ә еңеүселәрҙе нисек ғәҙел асыҡларҙар? Ошо һорау барыһын да борсойҙор. Бүтәндәрҙекенә ҡарағанда күберәк хаҡҡа төрлө баҫмаға яҙылған кеше төп еңеүсе тип таныласаҡ, бынан тыш, тағы ла 40 конкурсантҡа иҫтәлекле бүләк тапшырылыуы күҙаллана. Хатығыҙҙы ебәреү өсөн һуңғы көн – 30 июнь.
Хөрмәтле дуҫтар! Әйҙәгеҙ, әүҙемлек күрһәтегеҙ, өлгөр булығыҙ! Өйөгөҙгә рухи аҙыҡ — “Башҡортостан” гәзите (төп индексы — 50600) — менән бергә матди бүләк тә килер тип өмөтләнәбеҙ.


Вернуться назад