Милли баҫмала — тел ҡәҙере11.04.2014
Милли баҫмала — тел ҡәҙере
“Башҡортостан” гәзите — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында ҡәҙерле ҡунаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: дуҫлыҡ йылдан-йыл нығына бара. Хәйер, уҡытыусының эшмәкәрлеген матбуғаттан айырып ҡарау мөмкин түгел.

Үҙ йөҙө, һүҙе булған был уҡыу йортонда тормош ҡайнай ғына. Студенттарға төплө белем бирелеүҙән тыш, төрлө ярыш, кәңәшмә, конференциялар даими үткәрелә. Был саралар “Башҡортостан” гәзитендә даими яҡтыртыла.
Яңыраҡ студенттар Стәрлетамаҡ, Ишембай, Стәрлебаш, Ауырғазы, Хәйбулла һәм башҡа райондар вәкилдәре менән осрашты. Өлкәндәр “энә менән ҡойо ҡаҙыусы”ларҙы үҙ төбәгендәге күрһәткестәр менән таныштырҙы, йәшәү өсөн яҡшы шарттар хаҡында бәйән итте, ҡатмарлы мәсьәләләргә лә ҡағылып үтте. Проблемалар иһә билдәле: райондарға йәш көстәр, белгестәр етешмәй, айырыуса мәғариф өлкәһендә. Бер ҡараһаң, шарттар ҡәнәғәтләнерлек һымаҡ: торлаҡ төҙөүҙә ярҙам итәләр, аҡса ла мул ғына бирелә, тик йәштәр һаман да үҙ бәхетен ҡалала эҙләүен дауам итә.
— Был көнүҙәк тема буйынса күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә күптән ниәтләй инек, — тип белдерҙе осрашыуҙа филиал директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Рәйсә Илешева.
Район вәкилдәре йәш яҡташтарының тыуған яғына эшкә ҡайтыуын теләп ҡалды. Шуны әйтмәйенсә булмай: әлеге кеүек саралар ойоштороп, студенттарҙың киләсәген хәстәрләгән уҡыу йорто маҡтауға лайыҡ.
…Күптән түгел БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына йәнә юл төштө. Башҡорт филологияһы факультетына Алтайҙан һәм Ҡаҙағстандан ун студент башҡорт телен, милләтебеҙҙең тормош-көнкүрешен өйрәнергә килгән икән. Әйткәндәй, белем усағы төрлө илдең, төбәктең уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Әлеге осрашыуҙа Башҡортостан халҡының ихласлығына, ҡунаҡсыллығына һоҡланыуын, күп һүҙҙәрҙең, милли һыҙаттарҙың оҡшашлығын белдергән туғандаш халыҡ вәкилдәре милли матбуғат яҙмышын да иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
— Беҙҙә лә милли гәзиттәр сыға, — тине йәштәр. — Төрлө ваҡыт була, әммә баҫмаларҙың тиражы төшкәне юҡ. Тел ҡәҙере сағылған милли гәзит-журналын һәр халыҡ яҡларға һәм һаҡларға тейеш!
Был һүҙҙәргә шуны ғына өҫтәргә ҡала: “Туғандарҙан үрнәк алайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Милли баҫмаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ!”


Вернуться назад