Рух маяҡтарына мохтажбыҙ11.04.2014
Илебеҙҙә дингә ҡараштың ыңғай яҡҡа үҙгәреүе һөйөнөслө. Үҙ сиратында быға киң мәғлүмәт саралары ла ҙур өлөш индерә.

Минеңсә, Ислам дине тураһында закон ҡабул итеү ҙә яҙыҡ булмаҫ һымаҡ. Мәҫәлән, яңы тыуған баланы теркәүҙе, йәштәргә никах ҡағыҙы тапшырыуҙы мәсеттә башҡарырға, имам-хатипҡа аҙ ғына булһа ла эш хаҡы билдәләргә мөмкин булыр ине.
Беҙҙең ауыл биләмәһендә өс мәсет бар: Аҙауҙа, Айытмәмбәттә һәм Оҙондарҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа эш тейешенсә ойошторолған тип әйтеп булмай. Аҙан һәр намаҙ алдынан ишетелһен ине: халыҡты ошолай иманға саҡырыу — ифрат ҙур, изге эш бит ул!
Мин тыуып үҫкән Үтәймулла ауылында (Ауырғазы районы) бер ағинәй йәшәй торғайны. Гелән йылмайып, ап-аҡ күлдәктә йөрөгән нурлы йөҙлө, диндар күршебеҙ ғәжәп итәғәтле, иғтибарлы булды. Көн дә инеп, хәл белешер, тәүфиҡ теләр ине. Матур күңелле был ағинәй — күренекле башҡорт яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғоловтың әсәһе Әминә әбей. Әҙип "Арыш башағы" романын ҡәҙерлеһенең һөйләгәндәренән сығып яҙған. Бына шундай ғилемле, бай рухлы ағинәйҙәребеҙ булған бит! Бөгөн дә халҡыбыҙ ошондай әйҙәүселәргә, рух маяҡтарына мохтаж.
Шәмсимөхәмәт РӘШИТОВ, хеҙмәт һәм тыл ветераны.




Вернуться назад