Өлгө күрһәтәйек: аҙан тауышы тынмаҫ11.04.2014
Өлгө күрһәтәйек: аҙан тауышы тынмаҫ
Архив материалдарына ҡарағанда, Еҙем-Ҡаран ауылы ХVIII быуат аҙаҡтарында барлыҡҡа килгән. Уға Архангел районынан күсеп килгән халыҡ нигеҙ һалған.

Өйҙәр менән бер рәттән ауылдың үрге осонда мәсет тә төҙөлгән. 1816 йылда уның имам-хатибы вазифаһына Мәхмүт Мәҡсүтов тәғәйенләнгән, ә 1834 йылда Зәйнулла Биктимеров указлы мулла итеп ҡуйылған. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса был осорҙа ауылда 40-ҡа яҡын хужалыҡ булған, 139 ир һәм 142 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
Артабан Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ата-бабаһы (улар Бажыҡ ауылынан күсеп килгән) Ғәбдеғәни менән Ғәбелғафар указлы мулла булған, атаһы Нурғәниҙең хәлфәлек итеүе билдәле.
Ә түбән остағы мәсеткә нигеҙ һалыу ХIХ быуаттың аҙаҡтарына тура килә. Ул Еҙем-Ҡаран йылғаһы буйында төҙөлгән. Иман йортон "Ямали хәҙрәт мәктәбе" тип йөрөткәндәр. Ул — Ямалетдин Байышев (1855 — 1930) — сығышы менән Ишембай районының Көҙән ауылынан, Әхмәтзәки Вәлидиҙең ауылдашы булған. Ҡазанда белем алған. Ауылыбыҙҙа ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн мәҙрәсә булдырған (унда заманында Мәжит Ғафури ҙа эшләп алған). Уҡымышлы мулла булараҡ, Ямалетдин Байышев аң-белем таратыуға ҙур өлөш индергән, яңыса уҡыу алымдарын ҡулланған, арифметика, география предметтарын, донъяуи фәндәрҙе өйрәткән, өҫтәүенә үлем-тыуымды, никахтарҙы теркәүсе вазифаһын, документтар тултырыу эшен дә башҡарған.
Ҡатыны Хәҙисә абыстайҙа (ул — Ҡырмыҫҡалы районының Шәрәй ауылынан) ҡатын-ҡыҙ белем алған. Байышевтарҙың өс улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Билдәле булыуынса, уҙған быуаттың 20 — 30-сы йылдарында мәсеттәр, мәҙрәсәләр ябыла. Ямалетдин мулла ла эҙәрлекләүгә дусар була, мөлкәте тартып алынып, белем усағы яндырыла.
Юғары остағы мәсеттең дә урыны ғына ҡалды, унда ауылдың балалары уйнап үҫте. Ата-бабабыҙ изге ерҙе һайлай белгән шул: бында ифрат тыныс, рәхәт, үлән күпереп үҫә...
1953 йылда был иман йортоноң манараһын ауҙарыуҙары хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Ул саҡта барлыҡ ауыл халҡы мәсет янына йыйылғайны. Тетрәндергес гөрһөлдәү менән ергә ауҙы манарабыҙ... Ауыл бер килке ҡараңғылыҡҡа сумып торҙо. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ йән әрнеткес тауыш менән иларға тотондо. Беҙ иһә, бала-саға, быны шау-шыулы мажара кеүек кенә ҡабул иттек.
Ошо ваҡиғаға ярты быуат ваҡыт үткәндән һуң ауылыбыҙҙың түбәнге осонда имам-хатип Баян Искәндәр улының башланғысы менән яңы мәсет бинаһы ҡалҡып сыҡты. Муллабыҙ — Бишбүләк районының Ҡасим ауылынан. Шул ҡәҙәр изгелекле кеше ул: һәр кемгә мәрхәмәтле, йөрәк йылыһын тигеҙ бүлә, көн-төн тимәй, ярҙамға ашыға.
— Был донъяға беребеҙ ҙә мәңгегә килмәгән: Аллаһ Тәғәләгә зекер итеп, уның ҡушҡандарын үтәп, намыҫлы ғүмер итәйек, иман юлын һайлайыҡ, тырыш булайыҡ, — тип бәрәкәтле тормош алып барырға өндәй ул. Әйткәндәй, имам-хатиптың йорто урамға йәм биреп, ҡот өҫтәп тора. Донъяһы гөл-сәскәгә күмелгән, күңеленә изгелек нурҙары үрелгән ғаиләнең уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел.
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа хаҡ дин юлына баҫыусылар күбәйә, күпләп мәсеттәр асыла. Бер-беребеҙгә йылы мөнәсәбәт күрһәтеп, иман йортона йөрөп, йолаларыбыҙҙы өйрәнеп йәшәһәк, әйләнә-тирәбеҙҙә боҙоҡлоҡ булмаҫ ине.
Сер түгел: ҡайһы берәүҙәр иманға өндәп, өгөт-нәсихәт уҡып, дини йолаларҙы үтәп йөрөгән кешеләрҙең кәмселектәрен күрергә тырыша. Ошо ғәҙәтте бөтөрһәк ине. "Башҡаларҙы хөкөм итергә ашыҡма, үҙең шундай үлсәм менән үлсәнерһең", — тигән бит Пәйғәмбәребеҙ ҙә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Әлбиттә, әлегә ауыл халҡы мәсеткә эркелеп йөрөй тип әйтеп булмай. Бәлки, өйҙәрендә йолаларҙы ҙур ихтирам менән үтәйҙәрҙер. Дин тыйылған дәүерҙә лә бит беҙҙең быуын тәрбиәһеҙ үҫмәне, сөнки атай-әсәйебеҙ насар ғәҙәттәрҙән ҡурсалап торҙо. Дингә һөйөүҙе үҙ өлгөһө, күкрәк һөтө аша һалды улар күңелгә.
"Аллаһ Тәғәлә мәсетте үҙенең йортона әйләндергән әҙәм балаһының тормошона бәрәкәт, күңеленә шәфҡәт бирер, гонаһтарынан арындырыр", — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Шулай булғас, иман йорттарының тәрбиә усағына әйләнеүенә, унан кеше өҙөлмәүенә өмөт итеп йәшәйек. Күңелебеҙ һәр саҡ пак булһын, донъялар имен торһон. Беҙ, өлкән быуын вәкилдәре, йәштәргә Ислам диненең әһәмиәтен аңларға, хаҡ дин юлына баҫырға ярҙам итәйек, үҙебеҙ өлгө күрһәтәйек. Шулай булһа, иншаллаһ, ауылдарыбыҙҙың тамыры нығыныр, моңло, нурлы аҙан тауышы яңғырап торор.



Вернуться назад