Һөнәри оҫталыҡ үҙәгендә11.04.2014
Һөнәри оҫталыҡ үҙәгендә
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты – республикабыҙҙың мәғариф өлкәһендә өҫтәмә белем биреүсе берҙән-бер уҡыу йорто. Ул – урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында эшләп йөрөгән педагогтарҙы, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен өҙлөкһөҙ уҡытыу, йә булмаһа ҡайтанан әҙерләү үҙәге. Рәсәйҙең һәм республикабыҙҙың мәғариф тураһындағы яңы закондары, белеүебеҙсә, хәҙер уҡытыусыларҙан һәр өс йыл һайын белемен үҫтереп тороуҙы талап итә. Был бик дөрөҫ, сөнки бөгөнгө йәмғиәттә мәғлүмәтлелек хуплана. Заман уҡытыусыһы ла бынан ситтә тора алмай. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт башҡара, коллектив үҙ алдында торған ғәйәт ҙур бурысты аңлап, ижади эш итә. Күптән түгел педагогик коллектив үткән йыл йомғаҡтарын барлап, быйылға мөһим маҡсаттар билдәләне.


Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы

Институт өсөн 2013 йыл, һис шикһеҙ, һөҙөмтәле булды. Бының сере ябай: бөгөн коллективта эшләүсе һәр ғалим, методист һәм хеҙмәткәр дөйөм эшкә үҙ өлөшөн йәлләмәй индерә, педагогик, ғилми-методик эшмәкәрлеген намыҫ менән башҡара. Бынан тыш, институт етәкселеге ҙур һәм ҡатмарлы структуралы уҡыу йортоноң бөтә тармаҡтарының да эшен ойошҡан рәүештә дөйөм бер маҡсатҡа йүнәлтә алды. Был анһат түгел. Бөгөн уҡыу йорто 13 кафедра, туғыҙ үҙәк, дүрт бүлекте һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет, Бөрө, Туймазы, Оло Ыҡтамаҡта урынлашҡан мәғлүмәти-методик үҙәктәрҙе берләштерә. Бындай үҙәктәрҙең әһәмиәте шунда: уҡытыусыларҙы һәр ваҡыт Өфөгә, институттың төп уҡыу йортона килтереп йөрөтөргә кәрәкмәй. Был, берҙән, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең ваҡытын, икенсенән, муниципаль район һәм ҡала округтарының бюджет аҡсаһын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә, сөнки баш ҡалаға командировка өҫтәмә сығымһыҙ булмай. Мәҫәлән, Туймазы мәғлүмәти-методик үҙәге мөдире Ф.Ғ. Хажиева әйтеүенсә, улар өс миллион һумдан ашыу бюджет аҡсаһын экономиялауға өлгәшкән. Тимәк, әлеге алым һәр яҡлап та отошло. Шуға ла институт яҡын арала Нефтекама ҡалаһында йәнә бер шундай үҙәк булдырырға йыйына.
Әйтеүебеҙсә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының уңышлы эшләүе, беренсе сиратта, уның уҡытыусы-ғалимдарының, методистарының хеҙмәтенә бәйле. Бында бөгөн 11 фән докторы, 64 фән кандидаты эшләй, коллективта бөтәһе 304 кеше хеҙмәт итә.
– 2013 йылдағы иң мөһим ваҡиға тип беҙҙең уҡыу йортоноң 80 йыллыҡ байрамын республикабыҙ кимәлендә билдәләүҙе һәм филология фәндәре докторы, профессор Т.Н. Дорожкинаның “Полиэтник мөхиттә урыҫ телен уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһы: методология, методик система, технология” ғилми хеҙмәте өсөн Рәсәй Хөкүмәте премияһы менән бүләкләнеүен атарға кәрәк, – тине институт ректоры Р.Ғ. Мәжитов. Ысынлап та, был юғары исем коллектив өсөн оло ҡыуаныс булды. Быға тиклем Рәсәй Хөкүмәте премияһына фольклорсы, оҙаҡ йылдар кафедра мөдире булып эшләгән билдәле ғалим Салауат Галин лайыҡ булғайны.
Мәғарифты үҫтереү институтының үҫешен билдәләүҙәге төп күрһәткестәрҙең береһе – уның дәүләт заказын үтәүе. Уҙған йылда уҡыу йорто уның буйынса 13 820 мәғариф хеҙмәткәре белемен камиллаштырырға тейеш булһа, мәғлүмәти-методик үҙәктәр аша һәм институттың үҙендә ойошторолған төрлө йүнәлештәге 792 курста республикабыҙҙан һәм ҡайһы бер күрше төбәктәрҙән 26 573 уҡытыусы һөнәри оҫталығын арттырған. Йәнә шуны әйтергә кәрәк: юғары белемле 387 уҡытыусы тағы бер педагогик һөнәр үҙләштергән. Бының да ыңғай яҡтары бар: ҡулайлаштырыу шарттарында сәғәттәр ҡыҫҡарғанда, уҡытыусы бер нисә предметты өҫтәмә рәүештә алып бара ала. Дәүләтебеҙ ҙә өҙлөкһөҙ уҡыуҙы хуплай. Шуға күрә институт өҫтәмә белем алырға теләге булған уҡытыусыларға һәр яҡлап булышлыҡ итергә әҙер. Эште ошолай киң йәйелдереү, автономиялы учреждение булараҡ, уҡыу йортоноң үҙенә лә отошло – өҫтәмә килем алырға мөмкин. Бөгөн дәүләттән генә көтөп ултырмай, лицензияңа ярашлы аҡса эшләй белеү ҙә зарур. Уҡыу йортоноң һуңғы йылдарҙа йылдам үҫеш алыуы, матди базаһының һиҙелерлек нығыныуы, заманса электрон технологияларҙың уҡытыу процесына әүҙем индерелеүенең нигеҙе тап ошонда.

Йөкмәткене ғилмиәт билдәләй

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының асылын билдәләгән йәнә бер йүнәлеш – фәнни-инноватик өлкә. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, институт хеҙмәткәрҙәре лекциялар уҡыу, практик эштәр башҡарыу менән бер рәттән үҙҙәре лә ғилми эҙләнеүҙәр алып бара. Ғалимдар был эшкә оло яуаплылыҡ менән ҡарай. Мәҫәлән, 2013 йылда институт уҡытыусылары һәм профессорҙары 307 ғилми һәм методик хеҙмәт баҫтырған, уларҙың дөйөм күләме 736 шартлы баҫма табаҡ тәшкил иткән. Араларында дүрт монография, ете дәреслек, 104 уҡытыу-методик ҡулланмаһы, Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) раҫлаған журналдарҙа баҫылған егерменән ашыу мәҡәлә бар. Бынан тыш, педагогтар ике тиҫтәгә яҡын ғилми китапты мөхәррирләгән, бихисап фәнни хеҙмәткә рецензия яҙған – был да ваҡыт һәм көс талап итә.
Ғилми эште уҡыу йортонда Фәнни-методик совет алып бара. Уға ректорҙың фәнни-инноватика буйынса урынбаҫары яуаплы. Арабыҙҙан бик иртә киткән педагогия фәндәре кандидаты А.Б. Галанов был эшкә бөтә оҫталығын һалғайны. Ул республикабыҙ мәғарифына күп яңылыҡ индерергә өлгөрҙө. Бөгөн киң таралыу тапҡан “Интернет-педсовет», дистанциялы (арауыҡ) методик кәңәшмәләр үткәреү – уның эш һөҙөмтәһе. Әле был яуаплы эшкә ең һыҙғанып философия фәндәре кандидаты, тәжрибәле етәксе А. М. Рудаков тотондо. Бөгөн 19 йәш хеҙмәткәр фән кандидатлығына диссертация әҙерләй. Тимәк, уҡыу йорто ғилми йәһәттән тағы ла байыясаҡ.
Институт республика мәғарифы өлкәһендәге һәр яңылыҡты башлап бара, хәйер, шунһыҙ уны үҫтереү мөмкин дә түгелдер. Һуңғы ваҡытта ул дистанциялы курстар үткәреүгә өҫтөнлөк бирә. Былтыр шундай 196 курс ойошторолған, улар аша биш меңдән ашыу педагог Интернет селтәре ярҙамында белемен байытҡан. Элекке йылға ҡарағанда, күрһәткес ике меңгә артыҡ.
Был тәңгәлдәге төп эшмәкәрлек ниндәй йүнәлештә бара һуң? Беренсе сиратта, яңы быуын дәүләт стандарттарын ғәмәлгә индереү. Ошондай 583 курс ойошторолған, 19 622 уҡытыусы яңы стандарт нигеҙҙәрен үҙләштергән. Был өлкәлә педагогия фәндәре кандидаты С.С. Пичугин етәкселегендәге кафедраның эше баһалап бөткөһөҙ. Артабан – дәрестәрҙә мәғлүмәти-коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу. 83 курста өс меңгә яҡын уҡытыусы ИКТ алымдарын файҙаланыуҙы үҙләштергән. Рәсәй мәғарифында хәҙерге уҡытыу процесының нигеҙе тип ИКТ-ны ижади ҡулланыу һанала. Бынан тыш, мәктәптәрҙә сығарылыш уҡыусыларын БДИ-ға әҙерләү ҙә мөһим мәсьәлә. Меңдән ашыу уҡытыусы быйылғы йомғаҡлау аттестацияһын теүәл үткәрергә әҙерләнгән.
Әлбиттә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының йыллыҡ эш йомғаҡтарын бер тынала һөйләп сығыу мөмкин түгел, ул ифрат күп яҡлы. Быны бер генә миҫалда күҙ алдына килтереп була. Уҡыу йортонда биш йөҙгә яҡын белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ уҡытыу-методик комплекстарын берләштерә. Халыҡ әйтмешләй, тураған ғына белә, тип әйтергә ҡала.
Йәнә бер эшмәкәрлеккә айырым туҡталып үтеү кәрәктер. Институт республикабыҙ мәктәп һәм гимназияларында 88 тәжрибә майҙансығы булдырҙы. Уларҙың эшмәкәрлеге хәҙерге электрон белем биреү шарттарында туҡтауһыҙ камиллаша. Әйтәйек, edu02.ru серверы ярҙамында институт бер юлы йөҙгә яҡын мәктәп менән бәйләнешкә инә ала. Был үҙ сиратында фәнни-мәғлүмәти һәм методик эште заманса ойошторорға булышлыҡ итә.
Коллектив эшмәкәрлегенең төп йөкмәткеһен ғилмиәт билдәләгәнгә күрә, уҡыу йортонда фәнни-ғәмәли конференцияларҙы әҙерләү һәм үткәреүгә айырым иғтибар бирелә. Былтыр бында ошондай 11 конференция уҙғарылған, шуларҙың өсәүһе – Рәсәй әһәмиәтендәге, бер нисәһе төбәк-ара кимәлдәге конференция. Әйтеп үтеүебеҙсә, һуңғы осорҙа ғалимдар Интернет-педсоветтар, конференциялар, вебинарийҙар ойоштороуға иғтибар итә. Мәҫәлән, уҙған йылдың сентябрь, ноябрь айҙарында “Педагогик традициялар һәм инноватикалы белем биреү мөхите – мәғарифты үҫтереүҙең нигеҙе” Интернет-педсоветында республиканан 1408 уҡытыусы һәм мәғариф хеҙмәткәре ҡатнашҡан. Бындай алым педагогик йәмәғәтселек араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Заманса педсовет Мәғариф министрлығы өсөн дә бик әһәмиәтле, сөнки төрлө фекерҙәрҙе, ҡараштарҙы белергә, аралашырға мөмкинлек тыуа. Хәҙерге мәғлүмәти дәүерҙә ул бик кәрәк. Педагогик коллективтың киңәйтелгән ултырышында ҡатнашып, Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Р.Т. Хәбибов былай тине:
— Һеҙҙең күп яҡлы эшмәкәрлегегеҙ республикабыҙға, педагогик йәмәғәтселеккә киң билдәле. Ни тиклем абруйлы икәнегеҙҙе институттың 80 йыллығын билдәләгән көндәрҙә раҫланығыҙ. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы, үҙебеҙҙең Мәғарифты үҫтереү институтын һаҡлап ҡалыу һәр яҡлап отошло булды. Күршеләребеҙҙең эшегеҙ менән ҡыҙыҡһынып тороуы ла ошо хаҡта һөйләй.
Ысынлап та, республика мәғарифы өлкәһендәге бөтә эштәрҙең дә уртаһында ҡайнай институт хеҙмәткәрҙәре. Мәҫәлән, «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсы ғына ла байтаҡ өҫтәмә сара ойоштороуҙы, күп кешенең ҡатнашыуын талап итә. Былтырғы конкурсҡа әҙерлек барышында 826 оҫталыҡ дәресе, 742 асыҡ дәрес анализланды. Быға ғәйәт күп көс, ваҡыт түгелгәне сер түгел. Хәҙер республика конкурстарының йүнәлештәре лә киңәйҙе: “Педагог-тикшеренеүсе», «Уҡытыусы-оҫта», «Педагог-психолог»...

Электрон белем биреү – заман талабы

Президент Рөстәм Хәмитов Бөрө ҡалаһында уҙған педагогик кәңәшмәлә Мәғариф министрлығының иғтибарын электрон белем биреүгә ҡат-ҡат йүнәлтте, сөнки мәғарифта конкурентлы, иң яҡшы донъя аналогтарына тиңләшерҙәй инновация смарт-системаһы төҙөү яҡын киләсәктәге стратегик маҡсат булып тора. Бөгөн республикабыҙ мәктәптәрендә 54,5 мең компьютер иҫәпләнә. Белгестәр иҫәпләүенсә, яҡын арала бер планшет уҡыусыға дәреслектәрҙе, уҡыу әсбаптарын һәм көндәлекте алмаштырасаҡ. Мәктәптәрҙә электрон белем биреүҙе ойоштороу өсөн кәмендә 300 миллион һум аҡса кәрәк. Республика етәксеһе иң тәүҙә электрон уҡытыу үҙәге булдырыу, уның методикаһын эшләү зарурлығын таный. Ысынлап та, информатика уҡытыусылары үҙҙәре генә был мөһим эште башҡарып сыға алмай, иң элек төплө кадрҙар әҙерләргә кәрәк. Уҡытыусыларыбыҙҙың 50 проценты тирәһенең генә бөгөн дәрестәрҙә информатив-коммуникатив технологияларҙы ҡуллана белеүе проблеманың киҫкен булыуын асыҡ күрһәтә.
Ошондай шарттарҙа Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты үҙ эшен бығаса булмаған йүнәлештә – электрон белем биреү концепцияһына нигеҙләнеп – ойоштора башланы. Институтта электрон белем биреү үҙәге булдырылды, Башҡортостандың мәғариф учреждениеларында 2013 – 2017 йылдарҙа электрон белем биреү системаһын үҫтереү концепцияһы төҙөлә башланы. Шулай уҡ электрон белем биреүҙең фәнни-методик нигеҙҙәрен, уҡытыусыларҙың мәғлүмәти-коммуникатив технологияларҙы үҙләштереүе менән әүҙем шөғөлләнәләр. Электрон белем биреү үҙәге дистанцион уҡытыу эшен яйға һала, Башҡортостандың район һәм ҡалалары менән вебинарийҙар, Интернет-педсовет кеүек бөгөнгө талаптарға ярашлы саралар ҙа үткәрә. Иң мөһиме шул: институтҡа белемен камиллаштырырға килгән һәр уҡытыусы, беренсе сиратта, компьютер, ИКТ технологияһын үҙләштерә, камиллаштыра. Тимәк, яҡын арала республикабыҙҙың барлыҡ педагогтары заманса фекерләй, алдынғы технологиялар ҡуллана башлаясаҡ.

Кеше эше менән матур

Алда әйтеп үтеүебеҙсә, хеҙмәт коллективы үҙ эшен намыҫ менән башҡарғанда ғына, теге йәки был ойошма, уҡыу йорто уңыштарға өлгәшә. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ла йыл йомғаҡтарын барлағанда төп иғтибарҙы бында эшләгән ғалимдарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең көндәлек эшмәкәрлегенә йүнәлтте, алдынғыларҙы билдәләне. Йолаға ярашлы, йыл да эш һөҙөмтәләре ректорат тарафынан анализлана, коллектив һәм етәкселек араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә кафедралар, үҙәктәр, айырым хеҙмәткәрҙәр дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән дәртләндерелә. Быйыл да институттың бер төркөм ғалимдары, уҡытыусылары сәхнәгә сыҡты, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
– Институтта эшләүемә сикһеҙ шатмын. Хеҙмәтемде баһалап тораһығыҙ. Рәсәй Хөкүмәтенең 2013 йылдағы премияһын алыуымда һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур, – тине филология фәндәре докторы, профессор Т.Н. Дорожкина. Диплом һәм ҡиммәтле бүләк алыусылар араһында шулай уҡ профессор М.А. Бикмаев, доценттар З.М. Ғәбитова, Э.Н. Әбүталипова, Ф.Р. Фәхретдинова, Л.Р. Халиҡова, үҙәк етәкселәре А.И. Блинов, Р.Ф. Рәмов, Е.В. Лысова һәм башҡалар булды.
Фәнзил САНЪЯРОВ,
"Башҡортостан"дың штаттан тыш хәбәрсеһе,
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.


Вернуться назад