“Салауат күпере”н нығытыр китап11.04.2014
“Салауат күпере”н нығытыр китап
Таллинн ҡалаһындағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы Хәйруллина республикабыҙға килеп ҡайтты. Форсаттан файҙаланып, беҙ Балтик буйында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың юбилейына әҙерлек, эстон илендәге милләттәштәребеҙҙең бөгөнгө тормошо, рухи донъяһы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

– Беҙгә Эстонияға Башҡортостан журналистарының “Салауат эҙҙәренән” тигән ижади экспедицияһы һәм Хөкүмәт делегацияһының эш сәфәре уңайынан бер нисә тапҡыр барып ҡайтырға тура килде. Эстон еренә аяҡ баҫҡан, ундағы халыҡ менән осрашҡан һайын Салауат батырыбыҙға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәткә, ихлас ҡыҙыҡһыныуға шаһит булабыҙ.
– Дөрөҫ, эстон халҡы тарихҡа һаҡсыл ҡарашта. Башҡорттарҙы эстондар менән ике легендар шәхестең фажиғәле яҙмышы берләштерә: Салауат Юлаев 1775 йылда Рогервик ҡәлғәһендәге зинданға ғүмерлеккә оҙатылған, Эстония Республикаһының беренсе Президенты Константин Пятс иһә 1940 йылда Башҡортостанға һөргөнгә ебәрелгән.
Бында йәшәгән башҡорттар өсөн Палдиски ысын мәғәнәһендә изге ҡалаға әйләнде, сөнки ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исеме менән тығыҙ бәйле. Бында ике һәйкәл бар: тәүгеһе ошо ҡалала тыуған скульптор Амандус Адамсонға ҡуйылған, ул ҡаланың икенсе осондараҡ. Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, Адамсондың һәйкәленә әллә ни иғтибар юҡ, ә милли батырыбыҙҙың һыны янынан халыҡ өҙөлмәй. Салауат паркы һәр саҡ ҡараулы, йәйгеһен сәскәгә күмелеп ултыра. Был һәйкәлдең Эстонияның дәүләт тарафынан һаҡланған тарихи ҡомартҡылары исемлегенә индерелеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл һайын һабантуй кеүек мәҙәни сараларҙы ошонда үҙ көсөбөҙ менән үткәрәбеҙ. Башҡортостан вәкилдәренең беҙҙең байрамдарға килгәне юҡ ине, былтыр, ниһайәт, Таллиннда уҙған Балтик буйы һәм Башҡортостан эшҡыуарҙары форумында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ һабантуйыбыҙҙы күрҙе.
Салауат батыр, уның атаһы Юлай Аҙналин һәм көрәштәштәре рухына бағышлап Ҡөрьән уҡытабыҙ. Бында килгән туристар ҙа Салауат һәйкәлен күрмәйенсә китмәй. Шуныһы айырыуса шатландыра: эстон зыялылары башҡорт милли үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә, байрамдарҙа – ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ. Мәҙәни сараларҙа яҡташтарыбыҙ ғына түгел, төрлө милләт вәкилдәре ҡурай моңон, башҡорт йырын ишетеп, сағыу милли кейемдәребеҙҙе күреп, эргәбеҙгә килә. Мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлауыбыҙ өсөн шатланалар. “Байрамдың матур биҙәге булдығыҙ”, – тип маҡтауҙарын ишетеү беҙҙең күңелдәргә тағы ла ҡанат ҡуя, дәрт өҫтәй. “Ағиҙел” ойошмаһы ағзалары былтыр үҙ көсө менән Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһын сәхнәләштерҙе. Халыҡ бик оҡшатты. Үҙебеҙ ҙә яратып уйнаныҡ. “Был юҡ, теге юҡ”, тип зарланғансы, тоторға ла эшләргә кәрәк. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү икеләтә шатлыҡ ул.
– 2003 йылда Салауат батырҙың һуңғы төйәгендә булып ҡайтҡаны бирле ике республика араһында туристик маршрут булдырыу теләге менән янабыҙ, үҙ-ара бәйләнештәр ҡыҙыҡһындыра. Сөнки Палдискиҙа булған саҡта Салауат батыр музейына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Вячеслав Волковтың әйткән һүҙҙәре күңелгә тынғылыҡ бирмәй. Ул: “Башҡортостан Салауат Юлаевты юбилейы етә башлаһа ғына иҫенә төшөрә. Бәйләнештәр даими, эҙмә-эҙлекле булһын ине”, – тигәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар...
– Әлбиттә, Салауат Юлаев һөргөнгә оҙатылған юлдарҙан туристик маршрут булдырырға кәрәк. Күптәрҙе үҙенә ылыҡтырыр ине был сәйәхәт. Ҡасан да булһа ундай маршрут барыбер асылыр, тип ышанабыҙ.
Беҙгә Башҡортостан ғалимдары, сәхнә оҫталары һағындырып ҡына, һирәк килә. Төрлө мәҙәни саралар беҙҙең өсөн бик кәрәк, ошонда яҡташтарыбыҙ осраша, бер-береһе менән таныша, милли үҙәккә ылыға. Дөрөҫөн әйткәндә, Башҡортостан ҡунаҡтары, яҡташтар, артистар һабантуйға тип түгел, ә Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап эстон иленә килә. Ниндәй миҙгел булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың һәр сәфәре – беҙҙең өсөн оло байрам! Ҡунаҡтарҙы яҡын туғаныбыҙ кеүек ҡабул итәбеҙ. Яҡташтар менән осрашырға ашығабыҙ, үҙебеҙҙең башҡорт телендә туйғансы аралашырға, матур хәбәрҙәр ишетергә теләйбеҙ.
Башҡорт сәхнә оҫталарының килеп, сит ерҙәрҙә йәшәгән милләттәштәре алдында сығыш яһауы беҙҙе берләштерә, рухландыра, үҙ-ара туғанлыҡ күперен нығыта. Башҡортостан етәкселәре республиканан ситкә һибелгән ватандаштарын яҙмыш ҡосағына ташламаҫ тип ышанғы килә.
“Салауат күпере”н нығытыр китап– Башҡортостан менән Эстония араһындағы Салауат күперен нығытыусы сәхнә оҫталары Виллу Валдмаа, Аллар Хаак менән әле лә тығыҙ бәйләнештәһегеҙме? Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙары яңғыраймы эстон ерендә?
– Эйе, Башҡортостанда күптәргә яҡшы билдәле: улар икеһе лә – Эстонияның танылған милли опера солистары, үҙ итеп “эстон башҡорттары” тип атап йөрөтәбеҙ. Боронғо йырҙарыбыҙҙы өйрәнделәр. Башҡортса йөрәккә үтеп инерлек итеп йырлайҙар! Уйлап ҡараһаң, эстондарға башҡорт теле, башҡорт йыры ни өсөн кәрәк һуң?! Был – кешенең юғары мәҙәни кимәле күрһәткесе! Улар һәр ваҡыт беҙҙең мәҙәни сараларҙа ихлас ҡатнаша. Виллу менән Алларҙың башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы байрамдарыбыҙҙы биҙәй һәм уларҙың абруйын, кимәлен күтәрә.
Виллу Валдмаа, Аллар Хаак, Лии Сеппел кеүек ошондай шәхестәрҙең, һүҙебеҙҙе йыҡмайынса, ваҡыт табып, мәҙәни сараларға килеүе беҙҙе ныҡ шатландыра, рухландыра.
“Сығыш яһағандан һуң, байрамдың тамамланыуын көтмәй ҡайта алаһығыҙ”, – тип иҫкәртһәк тә, һис тә сығып китмәйҙәр, сараның аҙағына тиклем булалар. “Һеҙҙең сығыштарығыҙҙы, күргәҙмәләрегеҙҙе, милли йолаларығыҙҙы күреү үҙебеҙ өсөн ҡыҙыҡлы”, – тиҙәр.
Былтыр Яңы йыл байрамында Виллу Валдмаа Ҡыш бабай тунын, эстон һәм башҡорт милли кейемдәрен алып килгән. Сумаҙандарын күреп, үҙен йәлләп тә ҡуйҙым. “Башҡорт кейемдәрен был юлы килтермәһәң дә ярар ине, юғары кимәлдәге байрам түгел бит. Башҡорт йырын эстон кейемендә йырлаһаң да булыр ине”, – тинем. “Юҡ! Мин башҡорт милли кейемендә йырлағанда үҙемде башҡа төрлө хис итәм. Ғорурлыҡ тоям!” – тип яуаплап хайран ҡалдырҙы ул мине. Ғөмүмән, эстондар – юғары мәҙәниәтле халыҡ.
– “Теле барҙың ғына иле бар”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән ата-бабабыҙ. Ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, Эстонияла йәшәгән һәр кешегә эстон телен белеү мотлаҡ. Был шарт тулыһынса үтәләме?
– Алдынғы илдәрҙең күбеһендә шундай талап ҡуйыла. Уҡырға ингәндә, эшкә урынлашҡанда “Телде белеү тураһында категория” булырға тейеш. Эстонияла гражданлыҡ алыу ҙа мотлаҡ. Урындағы телде белмәүселәр өсөн киләсәктәренә юл ябыҡ. Хәҙер эстонса һөйләшергә төрлө ойошмаларҙа өйрәтәләр, курстарға йөрөргә һәм имтихан бирергә кәрәк. Уны тапшырғандан һуң, уҡыуға түләгән аҡсаңды кире ҡайтаралар.
Ҡыҙым, улым менән эстон, инглиз, ғәрәп телдәрен өйрәндек. Беҙгә бер ҙә ауыр булманы, сөнки бер-ике сит телде беләһең икән, башҡаларын өйрәнеүе еңелерәк. Әле тағы бер нисә телде үҙләштерәм. Эстонияла оҙаҡ йылдар йәшәһәк тә, башҡорт телен бер ҙә онотманыҡ.
Башҡортостанға ҡайтҡан һайын башҡорт балын, милли сувенирҙарҙы эҙләп, ҙур сауҙа үҙәктәренә барам. Һатыусыларға башҡортса өндәшһәм, миңә: “Не понимаем”, – тип яуап бирәләр. Ә үҙҙәренең мосолман икәнлеге йөҙҙәренән күренеп тора. Башҡортса йәки татарса яуап бирергә ғәрләнәләрме, әллә ысынлап та телде белмәйҙәрме – бик ҡыҙғаныс хәл. Үҙ илеңдә туған телеңдә һөйләшеүҙән оялырғамы ни?
Әгәр дөйөм ҡулланылышта юҡ икән, туған телде нисек һаҡламаҡ кәрәк һуң?!
– Беҙ журналистар экспедицияһы менән барған йылда Палдиски ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы ремонтҡа ябылған һәм эш үҙ ағышына ҡуйылғайны. Салауат Юлаев музейы ла ошо уҡ бинала урынлашҡан. Тарихи ҡомартҡыларҙың ҡала хакимиәте бинаһы подвалына күсерелеүен ишеткәс, бик борсолдоҡ. Эстониянан ҡайтҡандан һуң Башҡортостан етәкселеге беҙҙе ҡабул итте, ундағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһынды. Һөҙөмтәлә Эстонияның вазифалы вәкилдәре менән бәйләнешкә инеп, үҙ ваҡытында был мәсьәләне ыңғай хәл итеүгә өлгәштеләр. Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирмәү мөмкин түгел: Палдиски ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында әле лә төҙөкләндереү эштәре бара. Экспонаттар ниндәй хәлдә икән? Музей ҡасан асыласаҡ?
– Был һорауҙың тынғылыҡ бирмәүе аңлашыла, әммә борсолорға урын юҡ, тип уйлайым. Беҙ ҡыҙыҡһынып, белешеп торабыҙ. Экспонаттар ышаныслы урында. Башҡортостандың ярҙамы менән унда бик күп тарихи ҡомартҡы тупланды. Музейҙың бинаһы ғына түгел, экспонаттары ла яңырыр, тағы ла тулыланыр. Салауат Юлаевтың юбилейына тиклем, һис шикһеҙ, асып өлгөртөрҙәр, тип өмөтләнәбеҙ.
– Эстонияла Салауат батырыбыҙҙың китабы баҫыласаҡ тигән хәбәрҙе бик шатланып ҡабул иттек. Ул – бындай иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ шәхес. Өфөгә ҡайтыуыңдың төп маҡсаты ла ошо баҫмаға бәйле. Әле китапты нәшерләү ниндәй хәлдә?
– Салауат Юлаевты Крәҫтиәндәр һуғышының данлы геройы, һис ҡурҡыу белмәҫ башҡорт батыры тип яҡшы беләләр. Беҙ уны халыҡ сәсәне булараҡ та яратабыҙ, шуға күрә шиғырҙарын эстон теленә тәржемә итеүгә күп көс һалдыҡ. Салауат батырҙың ижад емештәре 2012 йылда «Looming» тигән эстон журналында баҫылғас, беҙ дәртләнеп киттек. Эстониялағы аҙ һанлы халыҡтар ассоциацияһы рәйесе Тимур Сәйфуллиндың ярҙамы ҙур булды.
Быға тиклем Салауат Юлаев шиғырҙарының Эстонияла урыҫса ла, эстон телендә лә китап булып донъя күргәне юҡ ине. Китап сығарыу – күптәнге оло хыялыбыҙ. Минең тәҡдимем һәм бағыусыларҙың ярҙамы менән танылған эстон шағирҙары, тәржемәселәре Лии Сеппел менән Андрес Ехин Салауат батырҙың шиғырҙарын эстонсаға тәржемәләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Лии Сеппелдең тормош иптәше Андрес Ехин вафат булып ҡалды, китаптың нәшер ителеүен күреү бәхетенә өлгәшә алманы. Әлегә яңы баҫманы шартлы рәүештә “Салауат Юлаев һәм Эстония” тип атаныҡ.
Китап баҫылып сыҡһа, Балтик буйы илдәрендә йәшәүсе эстондар ҙа, башҡа милләт вәкилдәре лә Салауат батырҙың тормош юлы, хәрби эшмәкәрлеге, ижады менән яҡындан таныша һәм уның тураһындағы тарихи мәғлүмәттәрҙе белә алыр ине.
– Унда тағы ла ниндәй мәғлүмәттәр баҫыласаҡ? Тиражы күпме?
– 500 дана. Был, әлбиттә, күп түгел. Китапта “Уралым” шиғыры башҡортса, ә ҡалғандары эстон һәм урыҫ телдәрендә буласаҡ. Шулай уҡ Салауат Юлаевты өйрәнгән ғалимдар Инга Гвоздикова, Виктор Сидоровтарҙың тарихи хеҙмәттәренән, “1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы”, “Пугачев ихтилалы” китаптарынан мөһим өҙөктәр алынды. Эстонияның Тарту ҡалаһындағы милли архивтан Салауат Юлаевҡа һәм Юлай Аҙналинға ҡағылышлы архив документтарының күсермәләре биреләсәк. Тартуға архив өсөн махсус барҙым, тарихи тәүсығанаҡтар менән яҡындан танышҡанда күҙгә йәштәр эркелде. Уларҙы тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел...
Китапта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” драмаһы эстон һәм урыҫ телдәрендә сыға. Уны эстонсаға Таллинн университетының эстон филологияһы факультетында уҡыған улым Илнур тәржемәләне. “ТЕА” нәшриәте корректоры Сильви Айре Виллуу тикшерҙе, яҡшы баһа бирҙе. Был хеҙмәттәрҙе китапта сығарыу өсөн авторҙарының рөхсәте кәрәк ине. Беҙ Инга Михайловна Гвоздиковаға, Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримоваға шылтыратып һөйләштек. Улар Эстонияла китап баҫыласағын ишетеп бик шатланды һәм фатиха бирҙе.
Мәҙәниәт министрының кәңәшсеһе Мадис Ярвтың әйтеүенсә, Эстон драма театры М. Кәримдең пьесаһы менән бик ҡыҙыҡһына, режиссер уны уҡып сыҡҡан, оҡшатҡан. Салауат Юлаевтың юбилейы айҡанлы пьесаны сәхнәләштереү хаҡында һүҙ бара. Бәлки, киләсәктә Эстон драма театрының ошо спектаклен Башҡортостан сәхнәһендә лә күрһәтеп булыр тигән өмөттәбеҙ.
Йыйынтыҡты шулай уҡ Эстонияла Салауат батыр рухына арнап үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәр биҙәйәсәк. Был материалдар Салауат батырҙың алыҫ эстон илендәге даны һаман да ҡәҙерләп һаҡланыуы һәм оло абруйы тураһында һөйләй. Нисәмә быуат аша беҙҙең көндәргә килеп еткән икән, Салауат батырҙың шәхесе һәм ижады үлемһеҙ. Эшебеҙ бының менән генә туҡталып ҡалмаҫ.
Китапты баҫып сығарыу өсөн 10000 евро аҡса кәрәк. Ярты хаҡын Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы, Эстония халыҡтары берләшмәһе түләргә әҙер. Ярҙам һорап, былтырҙан бирле Башҡортостандың төрлө ойошмаларына хат яҙабыҙ, ләкин ошоғаса аныҡ яуап һәм матди ярҙам юҡ әле. “Ил төкөрһә, күл була” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит, өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ.
Иманым камил: яңы китап, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Салауат Юлаевтың 260 йыллығы айҡанлы батыр рухына оло бүләгебеҙ, бөгөнгө вариҫтарының сикһеҙ рәхмәте һәм ихтирамы булып, мотлаҡ донъя күрер.
“Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһының, айырыуса уның рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы Хәйруллинаның эшмәкәрлеге һөйөндөрә. Сит-ят ерҙәрҙә Салауат Юлаев яңғыҙ түгел, батыр рухы йәшәй унда ла...
Эстон һәм урыҫ телдәрендәге йыйынтыҡты нәшер итеүгә Башҡортостаныбыҙ үҙ өлөшөн индерер, әлбиттә. Яңы китап халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улынан изге аманат булып, Балтик диңгеҙе шауына, аҡсарлаҡтар тауышына ҡушылып, Салауатыбыҙҙың сәләме сифатында башҡорт иленә лә ҡайтыр.
Флүрә СОЛТАНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад