Апрель башында Һамар өлкәһе башҡорттары “Ҡарға туй” байрамын ойошторҙо. Унынсы тапҡыр үткәрелгән сара «Ләйсән» башҡорт халыҡ бейеү ансамбленең 10 йыллыҡ юбилейына арналды.
Тантананы ансамбль бейеүселәре “Туй йолаһы” композицияһы менән асты. Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Камила Шәйхелисламова һәм Һамар ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Дмитрий Мюльбах халыҡҡа байрам айҡанлы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Улар “Ләйсән” ансамбле етәксеһе Рәүдә Шәймәрҙәнованы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы, ә бейеүсе ҡыҙҙарҙы төрлө бүләктәр менән тәбрикләне, рәхмәт хаттары тапшырҙы. 2013 йылда был ансамбль “Байыҡ” конкурсында Рәсәйҙә башҡорт бейеүҙәрен таратҡан өсөн махсус приз алды, ә Рәүдә Даниял ҡыҙы “Иң яҡшы ансамбль етәксеһе” дипломына лайыҡ булғайны.
Сәхнәгә башҡа милли ойошмалар рәйестәре лә ҡотлау һүҙҙәре менән сыҡты. Камила Шиһабетдин ҡыҙы милли байрамдың тарихына туҡталды. Алыҫ ерҙе яҡын итеп килгән ҡунаҡтар, Өфө артистары фойела ҡарға бутҡаһы менән һыйланды, башҡорт бауырһағы һәм башҡа тәмлекәстәр ҡушып сәй эсте.
Быйыл байрамда ҡатнашыусылар күп булды. Был Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының сараға ныҡлы әҙерләнеүе тураһында һөйләй. Гастроль ойошторған Зәлифә Барлыбаеваның, Башҡортостан артистарының да өлөшө ҙур. Халыҡ төрлө район-ҡалаларҙан бер көн алда М. Буранғоловтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Шәүрәкәй” музыкаль комедияһын ҡарарға килгәйне. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Һамар еренә гастроль менән беренсе тапҡыр килеүе. Был спектакль яҡташтарыма бик оҡшаны, улар исеменән театрға оло рәхмәт белдерәм.
Сәхнәлә Ташбулат, Таллы, Ҡыпсаҡ ауылдарынан, Новокуйбышевск ҡалаһынан килгән үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны. Һәр береһе “Ләйсән” ансамблен ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы. Сәғиҙулла Баййегеттең сығышы ла ифрат йылы ҡабул ителде, хатта тамашасылар уға ҡушылып йырлап ултырҙы.
Киске 7-лә “Күңел ынйылары – дуҫтарға!” тигән театрлаштырылған тамаша башланды. Өс сәғәт барған концерттан һуң күңелдәрҙә артистарҙың талантына һоҡланыу тойғоһо нығынды. Программа ҡыҙыҡлы әҙерләнгәйне. Тамашасы Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Азат Биксурин, Хөрмәтулла Үтәшев һәм башҡа билдәле артистарҙың сығышын алҡышлап туйманы.
Элек Ҡарға бутҡаһы байрамына балалар: “Ҡар-р, ҡар-р! Ҡарға туйға бар, бар-р! Ҡарға туйға бармағандың күңеле булыр тар, тар-р!” – тип саҡырып йөрөгән. Яҡташтарым, күңелдәре киңәйеп, бер кинәнеп ҡалды, тип уйлайым. Был байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Зөбәйҙә ХӘМИҘУЛЛИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Һамар өлкәһе.