Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда Рәсәйҙәге төрки халыҡтарҙың Дворян мәжлестәре ассоциацияһы Башҡортостан бүлексәһенең йыйылышы уҙҙы. Унда йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ижад кешеләре “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлеген мәңгеләштергән өсөн” тигән миҙал һәм диплом менән бүләкләнде.
Юғары наградаға Ҡудашевтар, Мәмлиевтәр, Еникеевтар, Тереғоловтар кеүек күренекле татар мырҙаларының вариҫтары менән бергә башҡорт халҡы вәкилдәре лә лайыҡ булды.
Атап әйткәндә, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубының идара рәйесе Илдар Шәйәхмәтовтың хәстәрләүе һәм тәҡдиме буйынса Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхес, 1812 йылғы яуҙа 2-се башҡорт атлы полкы командиры, улус старшинаһы, тархан булған, IV дәрәжә Изге Анна орденын алған Аралбай Аҡсулпановтың вариҫтары Кинйәбай, Гүзәл һәм Юлай Аҡсулпановтар, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан яҙыусы һәм драматург, “Һуғыштың берҙән-бер бәхетле балаһы” исемле тарихи драма авторы Хәмит Ирғәлин, Башҡортостан үҙәк дәүләт архивының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөлфәр Ғәтиәтуллин бүләкләнде. “Любизар” клубы ағзалары – Дондағы Ростов ҡалаһынан Мәхмүт Сәлимов, Мәскәүҙән Алексей Орешков, Силәбе ҡалаһының Ырымбур казактары ойошмаһынан ветерандар советы рәйесе, 4-се башҡорт атлы полкы командиры Аҫылғужа Бакировтың вариҫы Рафаэль Бакиров – 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләүҙә, башҡорт халҡының яугирлек данын мәңгеләштереүҙә фиҙакәр хеҙмәт, шәхси үрнәк күрһәткәндәре өсөн миҙал алды.
1812 – 1814 йылдарҙағы һуғышта Еңеү Рәсәйҙә дәүләт кимәлендә 100 йылға бер байрам ителә. Башҡорттар быға ҡағылышлы тәүге тантананы 1912 йылдың авгусында Ырымбурҙа үткәргән. 1-се, 7-се, 8-се, 9-сы, 13-сө башҡорт атлы полктары яугирҙәренең вариҫтары казактар менән берлектә атлылар парадында ҡатнашҡан. Уларға губернатор Н.А. Сухомлинов “1812 йылғы Ватан һуғышына — 100 йыл” тигән миҙал тапшырған.
Әлеге осраҡта бүләктәрҙе “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубының идараһы рәйесе Илдар Шәйәхмәтов менән Дворяндар мәжлесе рәйесе Зөфәр Әйүпов өләште. Тантананы ойоштороусылар белдереүенсә, юбилей миҙалы Президент Владимир Путиндың туранан-тура күрһәтмәһенә ярашлы булдырылған, бүләкләнеүселәр исемлеге дәүләт комиссияһы тарафынан раҫланған.
Зөфәр Әйүпов барлыҡ йыйылыусылар алдында “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” клубы идараһына һәм ағзаларына айырыуса ҙур хөрмәт менән ҡарауын белдерҙе, уларҙың үткән йылдарҙа “Бородино көнө”ндә, Лейпциг ҡалаһында үткән “Халыҡтар һуғышы” халыҡ-ара хәрби фестивалендә башҡорт халҡын Европа кимәлендә яҡшы күрһәтеп, лайыҡлы ҡатнашыуын да иҫкә төшөрҙө. “1814 йылдағы оло ваҡиғаға – Парижды алыуға – 200 йыл тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә ошондай мәртәбәле сараларҙа ҡатнашыуҙары, халыҡты яҡшы эштәр, уйҙар үрнәге менән туплап, тантаналы ваҡиғалар уртаһында булыуҙары башҡорт халҡының тоғро тоҡомдарына ҡарата һоҡланыу тойғоларын көсәйтә” – тине Зөфәр Яҡуп улы, һүҙен йомғаҡлап.
Юлай ҒӘЛИУЛЛИН,
“Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы”
хәрби-тарихи клубының идара рәйесе урынбаҫары.