Хәҙер мутлашып ҡара!11.04.2014
Хәҙер мутлашып ҡара!
Тиҙҙән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарының һәр береһенең шәхси видеотеркәүес алыуы ихтимал. Ҡоролма полиция хеҙмәткәренең эш автомобиленән ситтә лә уның бөтә ҡылығын төшөрөп ала. Был водителдәргә яла яғыуҙан ҡотҡарыр, ришүәтселекте кәметер, тип өмөтләнә Эске эштәр министрлығы белгестәре.

Видеотеркәүес – хеҙмәткәрҙең билбауына, ә камера ҡулбаш менән күкрәк тирәһенә ҡуйылыр тип күҙаллана. Ул инспекторҙың эш ваҡытындағы хәл-ваҡиғаларҙы энәһенән-ебенә ҡәҙәр яҙып бара. Сменанан һуң алынған диск ай самаһы һаҡлана. Әгәр бәхәсле ваҡиғалар килеп тыуһа, мәҫәлән, берәйһе инспектор өҫтөнән ялыу менән килһә, яҙманы тикшереп ҡарарға мөмкин.
Әлбиттә, бөгөн барлыҡ ЮХХДИ инспекторҙарының автомобилдәренә видеотеркәүес ҡуйылған. Шулай ҙа тәжрибә күрһәтеүенсә, күпселек ҡырын эштәр водителдәрҙең машиналары янында бара. Тимәк, мутлашыу өсөн әмәлен табып торалар.
Әлбиттә, яңылыҡҡа ҡараш төрлөсә. Ҡайһы бер “гаишниктар” намыҫлы эшләһә, икенселәр, видеотеркәүес булған сүрәттә лә, мең ғәйеп табып, ришүәт алырға мөмкин. Әммә, ни генә булмаһын, был илдә коррупцияны кәметергә, юлдарҙа ғәҙеллек урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, бындай тәжрибә АҠШ-та күптән ҡулланыла. Унда юлдарҙағы коррупция кимәле лә Рәсәйҙәгегә ҡарағанда күпкә аҙ.
Был идея йәнә ныҡлап өйрәнеләсәк. Әгәр хуплау тапһа, иң тәүҙә Мәскәү хеҙмәткәрҙәре ошо юҫыҡта эшләй башлаясаҡ.


Вернуться назад