– Тағы берәй төрлө иғәнә өҫтәп түләгеҙ! Мәҫәлән, ғүмерегеҙҙе страховкаларға мөмкин:
Бөгөн страховка компанияларына ОСАГО полисы ала барғандар ошондай һүҙҙе йыш ишетә. Әлбиттә, бының менән килешмәүселәргә, нисек тә ҡырҡ сәбәбен табып, полис биреүҙе һуҙалар. Һөҙөмтәлә бөгөн Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендәге автоһәүәҫкәрҙәр араһында киҫкен хәл тыуҙы – күптәр ОСАГО полисы алыуҙан мәхрүм.
Быны юристар федераль законды, хоҡуҡты боҙоу тип һанай, ә компанияларҙың үҙ туҡһаны туҡһан. Имеш, улай итмәһәң, файҙаһы юҡ, шуға хаҡты арттырырға, ошо алымға барырға мәжбүр улар.
Өфөләге тикшереүселәр билдәләүенсә, компаниялар башлыса һаулыҡты, ғүмерҙе страховкалауҙы, ДСАГО, КАСКО кеүек өҫтәмәләрҙе тағып маташа.
Был хаҡта: “Автоюрист” ойошмаһының төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Сергей Кузнецов: “Ҡулланыусылар хоҡуғы тураһындағы законда бер тауарҙы алғанда икенсеһен көсләп тағыу законға ҡаршы барыу тип билдәләнә. Әгәр төрлө юлдар менән һеҙҙән өҫтәп түләттерергә маташалар икән, ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлаусы йәмғиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был осраҡта һеҙҙең хоҡуғығыҙ автомобиль хужаһы йәки юл хәрәкәте ваҡиғаһында ҡатнашыусы түгел, ә ҡулланыусы булараҡ боҙола”, – тип аңлата.
Әлбиттә, был хәл йәмәғәтселектә ҙур шаңдау тыуҙырҙы. “Rugion” компаниялар төркөмөнөң (Ufa1.ru сайты ла уға инә) “Ғәҙел ОСАГО өсөн!” тигән проект ойоштороуы халыҡтың ғәҙел булмаған эш алымына ризаһыҙлыҡ белдереүе, ти проект етәксеһе Анастасия Пушкарева. Ҡултамға йыйыу 27 апрелгә ҡәҙәр дауам итә. Һуңынан ул Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллинаға ебәреләсәк.