Йөй11.04.2014
Йөй Берәү эре генә ҡиәфәттә өр-яңы затлы машинаһында китеп бара. Кәйефе шәп. Магнитоланан дәртле йыр яңғырай. Шул саҡ ул юл буйында ултырған балаларҙы күреп ҡала. Бына араларынан берәүһе һикереп тора ла, туҡтағыҙ әле тигәнде аңлатып, ҡулын һелтәй. Шофер тормозға баҫа биреп, уларҙы урап үтә лә йәнә тиҙлеген шәбәйттем тигәндә, артҡы тәҙрәһенә “шап” итеп таш килеп бәрелмәһенме!
Асыуы килгән егет машинаһынан атылып сыға ла малайҙы эләктереп ала:
— Эт! Ниңә таш бәрҙең? Һин быяланың күпме торғаның беләһеңме?
— Ғәфү итегеҙ, ағай! Мин бит һеҙҙең машинағыҙҙы ватырға уйламағайным да, – ти малай. – Ағайым инвалид минең, коляскаһынан ҡолап төштө. Уны үҙем генә бер нисек тә күтәреп ултырта алмайым. Хәҙер оҙаҡ торабыҙ инде, берәү ҙә туҡтамай. Таш бәрһәм, туҡтарһығыҙ, тип уйланым.
Юлаусы инвалид үҫмерҙе коляскаға ултыртырға ярҙамлаша. Уны йәлләүҙән күҙ йәштәре килеп сыға. Һуңынан машинаһының ишеген асырға ынтылғанда унда таштан ҡалған йөйҙө күрә.
Егет машинаһында байтаҡ йылдар йөрөй. Автосервисҡа ингән һайын механиктарға был йөйгә теймәҫкә ҡуша, сөнки ул әҙәмсә әйткәнде ишетмәһәң, таш килеп бәреләсәге хаҡында иҫкәртеп тора, тип уйлай ул.


Вернуться назад