Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?11.04.2014
2-се дәрес

Күптәр, “60 километр” тигән билдә торғанда, сәғәтенә 80 километр тиҙлектә йөрөргә ярай, тип уйлай. Әммә был ҡағиҙәне боҙоу һанала. Тиҙлекте рөхсәт ителгәндән арттырғанда штраф һалына. Авария була ҡалһа иһә, уның етдилегенә ҡарап, ғәйепленең енәйәт яуаплылығына тарттырылыуы ихтимал.

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?1. Трамвай.
Күп водителдәр трамвай юлынан йөрөү ҡағиҙәләрен белеп бөтмәй. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр ҡаршы һыҙатҡа сыға, икенселәр ниндәй юл билдәләре торғанда урам сатынан трамвай юлы аша үтергә ярамағанлығын аңламай. “Ошо һыҙат буйынса хәрәкәт итергә” тигән билдә торғанда (5.15.1 һәм 5.15.2) урам сатынан трамвай юлы буйлап боролорға ярамай. Әгәр юл саты алдында ошо билдә ҡуйылһа, ыңғай яҡҡа трамвай юлынан барыу рөхсәт ителә, һәм машиналарҙы ла урап үтергә була. Әммә трамвайға ҡаршы яҡ юлына сығырға ярамай. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексындағы 12.15-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, ҡағиҙәне боҙған өсөн 1 мең һумдан 1 мең ярымға ҡәҙәр штраф ҡаралған.

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?2. Боролоп сығыу.
Йәйәүлеләр юл аша сыға торған урында, туннелдә, күперҙә, юл үткәргестәрҙә, эстакадала, уның аҫтында, тимер юл аша уҙған ерҙә, йәмәғәт транспорты туҡталыштарында һәм алдағы юл 100 метрҙан да арыраҡ күренмәгән урындарҙа боролоу тыйыла. Кире әйләнеш яһау ҙа тыйыла. 8.11-се ҡағиҙәгә ярашлы, бының өсөн (Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексы, 12.14-се статья, 2-се өлөш) 500 һум штраф ҡаралған.

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?3. Һыҙат.
Юлда өс һәм унан да күберәк һыҙат булып, әгәр уң яҡтағылары буш түгел икән, һул яғынан барырға була. Ә 3,5 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк машиналары һул яҡҡа боролоу һәм кирегә әйләнеү өсөн һул яҡ һыҙатты биләй ала.

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?4. Интервал, дистанция.
Дистанцияның күпме булырға тейешлеге бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Хәүефһеҙ ара ҡалырға тейеш. Юлда кинәт кенә туҡтарға ярамай, бары авариянан ҡотолоу, көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан кешене тапатмау өсөн генә был рөхсәт ителә.
Интервал – ике машина араһы. Алдағы машина туҡтаһа, һин уның янынан интервал менән үтергә тейешһең (ишегенә йәки көҙгөһөнә зыян килтермәҫ өсөн). Ә шофер һәр ваҡыт көҙгөнән ҡарап йә саҡ ҡына ишекте асып сығырға тейеш. Арауыҡ 80 сантиметрҙан аҙ булмаһын.
Хәлим ӘЙҮПОВ,
“Өфө-автокурс” мәктәбе хеҙмәткәре.

(Дауамы. Башы 5 март һанында).


Вернуться назад