Имтихандар үҙгәртелә лә ул…11.04.2014
Рәсәйҙә тәү тапҡыр водителдәрҙе өйрәткән техникаға дәүләт стандарты барлыҡҡа киләсәк. Был автомәктәптәрҙә белем алған курсанттарҙың хәлен еңеләйтер, хәүефһеҙлекте арттырыр тип күҙаллана. Яңы документ быйыл 1 августан ғәмәлгә инә.

Бығаса уҡытҡан ваҡытта бары юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә нигеҙләнергә мөмкин ине. Автомобилдәге көҙгөнөң, инструктор өсөн айырым педалдең нисек эшләргә тейешлегенә ҡағылышлы ҡаты талаптар булманы.
Яңы ГОСТ бындай хәлде үҙгәртә. Мәҫәлән, хәҙер машинаның икенсе педаленә тауышты йәки төҫтө күрһәтә торған сигнализация ҡуйыу мотлаҡ тип билдәләнә. Махсус аудио- һәм видеояҙмалы комплекс барыһын да теркәп бара, ул имтиханда мутлыҡҡа юл ҡуймай. Бындай тәжрибә Көнбайышта күптән ҡулланыла.
Бынан тыш, педалдәр бер-береһенә бәйле булмаясаҡ. Дөрөҫ, һуңғы ваҡытта быға ҡарата автомәктәп вәкилдәре тарафынан ризаһыҙлыҡ ишетелә-ишетелеүен, улар, педалдәр үҙаллы булырға тейеш, тип бара.
Йәнә яңы документтың статусы ла аныҡ билдәле түгел, сөнки ул техник регламент булараҡ тәҡдим ителгән. Шул уҡ ваҡытта машиналарҙы яңы талаптарға ярашлы тикшереү, һәм бының 2014 йылдың сентябренә ҡәҙәр теркәлгән уҡыу техникаһына ҡағылыу-ҡағылмауы әлегә билдәһеҙ ҡала.


Вернуться назад