Олигархтар ҙа ҡыҙығыр байлыҡ11.04.2014
Олигархтар ҙа ҡыҙығыр байлыҡ
Күренекле аҙашың булыу шәптер ул. Исемең дә, фамилияң да тап килһә, бигерәк тә. Аграр университеттың ректоры Илдар Ғәбитовтан ҡайһы саҡ: "Ә һеҙ теге кроссвордтар төҙөүсеме?" — тип тә һорайҙар икән. Кроссвордтар авторы Илдар Ғәбитов иһә юғары уҡыу йорто ректоры ла булып китә, имеш.
Ғәмәлдә кем һуң ул Илдар Ғәбитов? Эйе, һәр матбуғат баҫмаһында тиерлек бик йыш баш ватҡыстары сығып тора. Иҡтисад белгесе булараҡ та аналитик мәҡәләләре донъя күрә. Донъяуи хәленә килгәндә, ҡатыны Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләгән Дилара Самат ҡыҙы менән Тимур, Таңсулпан, Бәхтиәр исемле өс бала тәрбиәләйҙәр. Үҙе Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡытыу менән бер рәттән кроссвордтар оҫтаһы булараҡ та танылған. Был шөғөл менән ҡасандан бирле ҡыҙыҡһына? Ни өсөн ошо эшкә тотонған? Ҡыҙыҡлы мауығыуы уға нимә бирә? Үҙе менән яҡындан танышыр өсөн иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитовты әңгәмәгә саҡырҙыҡ. Әйҙә, ул да беҙҙең өсөн кроссворд булып йөрөмәһен әле.

— Тәүге кроссвордығыҙҙы нисә йәштә төҙөнөгөҙ?
— 25 йәш тирәһе булғандыр. Мәскәүҙә аспирантурала уҡый инем. 8 Март байрамына юмор менән стена гәзите сығарҙым, шунда кроссворд та эшләнем. Кешеләргә оҡшап ҡалды, ятаҡ коридорында оҙаҡ элеүле торҙо ул. Үткән-һүткән хахылдап көлдө. Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте.
Ул ваҡытта кроссвордтар яңы тарала ғына башлағайны. Башҡортостанға ҡайтҡас, шуға иғтибар иттем: йәштәр гәзитендә һирәк-һаяҡ күренгеләп ҡала, ләкин улар миңә оҡшамай. Һорауҙарҙы "берәй райондағы ауыл йәки күл", "теге йәки был райондың геройы" тиеберәк яҙалар. Ҡул осонда махсус әҙәбиәт, белешмә, карта булмаһа, әлеге һорауҙарға яуап табыуы еңел түгел. Ә кроссворд һорауҙары мәктәптә алған белемде иҫкә төшөрөп, юл йөрөгәндәме, өйҙә ял иткәндәме, бер ниндәй өҫтәмә мәғлүмәтһеҙ ҙә яуап яҙырлыҡ итеп бирелергә тейеш.
— Мәҫәлән?
— Әйтәйек, "Ниндәй ҡош үҙе йомортҡа һалмай, ә йомортҡанан сыға?" Яуабы — әтәс. Һорауҙар башты эшләтергә тейеш. Был кешенең белемен, зиһенен, уйлау һәләтен үҫтерә. Бер ағай осрағанда әйтеп китте: "Тел осонда ғына торған кеүек, юҡ, иҫкә төшмәй бит. Аптырағас, кроссвордты һалып ҡуйҙым да мал ҡарарға сығып киттем. Бесән төшөрөп йөрөй инем, аяҡ аҫтында уралған ҡош-ҡортто күреп: "Бәй, был әтәс тәһә!" тип ҡысҡырып ебәрҙем", — тине.
– "Башҡорт энциклопедияһы" нәшриәтендә сыҡҡан кроссвордтар йыйынтығында шуға иғтибар иттем: һеҙ һирәк осраған башҡорт һүҙҙәрен дә ҡулланаһығыҙ, бының менән телебеҙҙең байлығын күрһәтәһегеҙ...
— Эйе, беҙҙең халыҡта бер үк һүҙҙең әллә нисә атамаһы бар. Мәҫәлән, “кәкүк” тигән яуапты яҙыр өсөн мин хатта утыҙға яҡын һорау ҡуя алам: "һаҡау ҡош", "һаңғырау ҡош", "бәхет өләшеүсе ҡош", "сәғәт эсендәге ҡош", "бер ҡасан да оя ҡормаған ҡош", "ғүмер юраусы ҡош", "балаһын баҡмаған ҡош", "һағышлы ҡош" һәм башҡалар.
— Кәкүк тураһында һүҙ сыҡҡас, телебеҙгә ингән "кәкүк әсәләр" тигән һүҙҙең урынлы ҡулланылмауын да әйтеп китәйек әле. Киреһенсә, кәкүк үҙ балаһының ғүмерен һаҡлар өсөн йомортҡаһын сит ҡоштоң ояһына һала бит...
— Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Баҡһаң, кәкүк тәбиғәттәге иң ағыулы ҡарышлауыҡтарҙы ашай икән. Әгәр үҙе балаларын баҫып сығарып, ҡошсоҡтарын ошо бөжәктәр менән һыйлаһа, улар мотлаҡ үлер ине.
— Тәбиғәттә бөтә нәмәнең дә үҙ тәғәйенләнеше, ҡануны бар шул... Яңынан кроссвордтарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Был эшкә тотонорға һеҙгә нимә этәргес булды?
— Бала саҡтан кроссвордтар сисеү менән мауығам. Бөтәһенең дә яуаптарын таба инем. Шуға ҡыҙыҡ булмай башланы. Үҙем төҙөп ҡарау теләге тыуҙы. Беҙҙең башҡорт телендә лә шулай ҡыҙыҡ итеп кроссворд уйлап булмаймы икән ни, тинем дә тотоноп ҡарарға булдым. Бының өсөн минең мөмкинлектәрем дә, әҙерлегем дә бар ине. Әсәйем — китапханасы. Буш ваҡытым күберәк шунда үтә. 50 том самаһы булдымы икән, "Ҙур Совет энциклопедияһы"н ҡарап сыҡтым. Әле лә тыуған яғыма — Әбйәлил районының Буранғол ауылына — ҡайтһам, уҡытыусылар: "Бөтә балалар урамға уйнарға сыға, ә һин китапханаға йүгерә инең", — тип хәтерләй. Ошондай багаж менән кроссворд төҙөргә тотоноу ауыр булмағандыр, тип уйлайым.
— Хәҙер нисә йыл шөғөлләнәһегеҙ инде?
— Сирек быуат барҙыр. Ә ныҡлап, даими рәүештә, гәзит-журнал өсөн әҙерләүемә ун йыллап булыр.
— Бөтәһе нисә баш эшләткесегеҙ бар?
— Юҡ, уны белеп тә булмай.
— Туплап, йыйып бармайһығыҙмы ни? Тағы бер нисә китап сығарыр инегеҙ.
— Супер-кроссвордтарҙы ғына йыям.
— Йәл, юлда йөрөгәндә кешеләр, урыҫса кроссворд сискәнсе, башҡортсаһын алыр ине. Хәйер, уларҙы беҙҙә нәшерләүе лә еңел түгел шул. Сығарғанын да таратыу, һатыу эше ойошторолмай. Һеҙ тағы ла ниндәй башватҡыстар төҙөйһөгөҙ?
— Улар күп инде: сканворд, шарада, чайнворд, анаграмма, пентограмма, триграмма... Компьютерҙа шуларҙан китап та төҙөгәнмен, ике-өс йыл ята инде, техник яҡтан әҙерләйһе генә ҡалған.
Ике телле кешеләр өсөн урыҫса-башҡортса кроссвордтар ҙа төҙөнөм. Быныһы инде үҙ телен йүнләп белмәгән, ҡала шарттарында үҫкән башҡорттар өсөн. Минең ҡайһы бер кроссвордтарҙы 30 йәштән кесерәктәр тулыһынса сисә алмай, бөтә һорауҙарға яуап тапмай.
— Ни өсөн?
— Сөнки башҡорт телендә һирәк ҡулланылған йәки бөтөнләй төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яңынан әйләнешкә индереп ебәреү маҡсатында "юғалған" һүҙҙәрҙе файҙаланам, ә уларҙы йәштәр белмәй. Мәҫәлән, атайым "дайса" тигән һүҙҙе әйтә ине. Ул "биләмә" тигәнде аңлата. Федоровка районынан бер апай ҙа миңә: "Беҙ бала саҡта шулай әйтә торғайнылар", — тине. Матур һүҙ әйләнешкә инеп китһен тип ҡулландым. Йәнә бер һүҙҙе иҫкә төшөргө килә. Ул — "күкъял". Башҡорт ерен һатып байыған милләттәштәргә ҡарата әйтелгән. Ошондай онотолған һүҙҙәрҙе индереп ебәргәнем өсөн яҙыусы һәм шағирҙарҙан рәхмәт тә ишеткәнем булды.
— Иҡтисадсы һөнәрен һайлаған кешелә телгә, әҙәбиәткә ҡарата шулай ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә? Бая әйтә биреп тә ҡуйҙығыҙ: китапхана менән дуҫ булып, күп уҡыуығыҙ сәбәпсе булғандыр, моғайын...
— Был һөнәрҙе мин һайламаным, ә ул мине һайланы тигән кеүек килеп сыҡты. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Өфөгә килеп университеттың география факультетына документтарымды бирҙем. Беҙҙең яҡта юл юҡ бит инде. Әбйәлилдә алтын тапһалар, юл төҙөрҙәр ине, тигән хыял-маҡсаттар менән килдем Өфөгә. Имтихандарҙы "бишле"гә тапшырҙым. Әммә шул ваҡыт беҙҙе йыйып алдылар ҙа: "Илебеҙгә иҡтисадсылар кәрәк. Бындай һөнәрҙе биш юғары уҡыу йортонда алырға мөмкин, шуларҙың береһе — Дондағы Ростовта. Теләүселәрҙе ошо имтихандар менән алабыҙ", — тинеләр. Башҡортостандан 15 студент уҡып, иҡтисадсы дипломы алып ҡайттыҡ. Ә уға тиклем бындай һөнәрҙең барлығын да белмәй инем. Ҡайтып авиация институтында өс йыл эшләгәс, Мәскәүгә аспирантураға уҡырға индем. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым, һөнәрем оҡшаны.
Телгә ҡыҙыҡһыныуға килгәндә... әйтһәм, ышанмаҫһығыҙ, мәктәптә уҡығанда иң яратмаған фәнем башҡорт теле һәм әҙәбиәте ине. Урыҫ телен яраттым. Башҡорт мәктәбе, башҡорт балаһы, ә башҡорт теле дәресе оҡшамай. Башта уҡытыусыны "ғәйепләп" маташтым әле. Аҙаҡ аңланым: ҡыҙыҡһындырырлыҡ уҡытыу методикаһы булмаған. Шуға башҡортса ребустар, шарадалар эшләһәм, телгә ҡыҙыҡһыныу тағы ла нығыраҡ уяныр ине, тим. Әгәр әле уҡытыусылар шуларҙы дәрестәрҙә ҡулланһа, ҡыуанам. Мин хатта төрлө кластар өсөн айырым фәндәр буйынса ла баш эшләткестәр әҙерләнем. Мәҫәлән, VII класҡа геометриянан шундай һорауҙар ҡуйҙым: уларға дөрөҫ яуап яҙған уҡыусының белемен имтиханға тиңләргә булыр ине. "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналында бирә лә башлағайнылар, аҙаҡ ни сәбәптәндер туҡтаттылар. Мин уны берәй баҫмала бирермен инде йәки Интернетҡа һалырмын.
— Һеҙ гел ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтылаһығыҙ, эҙләнәһегеҙ, кроссворд төҙөүгә лә ижади ҡарайһығыҙ. Мәҫәлән, урыҫтарҙа шиғырҙарҙан төҙөлгән баш эшләткестәрҙе күрергә тура килгәне юҡ. Ә һеҙ юбиляр шағирҙарға бына тигән бүләк эшләйһегеҙ. Беренсенән, шағир ижадына уҡыусының иғтибарын йүнәлтәһегеҙ, икенсенән, ҡыҙыҡһыныу уятаһығыҙ... Әллә үҙегеҙ шиғыр яҙаһығыҙмы?
— Шиғри күңелле кешеләргә гел һоҡланып ҡараным. Яҙып та маташтым, килеп сыҡмай. Ауыр икән. Шиғыр — иң матур сәнғәт. Ҡыҫҡа ғына һүҙҙәр менән тәрән йөкмәтке, мәғәнә бирә алыу бөтә кешенең дә ҡулынан килә торған эш түгел. Үҙем яҙа алмаһам да, шиғырҙарҙан кроссвордтар төҙөй башланым. Хәҙер, күп шағирҙарҙың ижады менән танышҡас, кемдең нисек яҙғанын беләм. Ҡайһы берҙәрен кроссворд түгел, ә күңел өсөн ҡабат-ҡабат уҡыйым. Шағирҙарға рәхмәт: автограф менән китаптарын бүләк итәләр.
— Һеҙҙең өсөн кроссворд та үҙе бер шиғыр һымаҡ инде...
— Эйе. Тупаҫ сағыштырыу булһа ла, урынлылыр, тим. Бер миҫал килтерәйем әле. Утынды ярып, тау һымаҡ өйөп ҡуйһаң, бер ҙә матур түгел, тегенән дә, бынан да һерәйеп тора. Кроссвордты ла шулай арҡыс-торҡос төҙөһәң дә була икән тип күптәр хаталана. Уның үҙенең бер бөтөн формаһы булырға тейеш: утындарҙы матур итеп рәтләп теҙеп һалып ҡуйған кеүек. Әҙәби әҫәрҙәр менән кроссвордҡа минең үҙемдең шундай аңлатмам бар: роман — ул ваҡиғалар симфонияһы, хикәйә-һөйләмдәр гармонияһы, шиғыр — һүҙҙәр гармонияһы, ә кроссворд — хәрефтәр, өндәр гармонияһы.
— Хәҙер һеҙ оҫтарып бөткәнһегеҙ. Бер баш эшләткесте төҙөүгә күпме ваҡыт сарыф итәһегеҙ: аҙна, көн, сәғәт?..
— Аныҡ ҡына әйтеп булмай. Күләменә ҡарап төрлөсә ваҡыт талап ителә. Иң мөһиме — идеяһы булһын. Ҡайһы саҡ бер кистә лә эшләп ҡуям. Фотолы итеп бирһәң, кешеләрҙе һайларға уйлайһың. Темалары төрлө икән — әсәйҙәр, сәскәләр, аш-һыу, ғаилә... ҡыҙыҡлыраҡ та, ҡатмарлыраҡ та итергә тырышаһың. Мәҫәлән, ғаилә династияларын, күренекле ғаиләләрҙе табаһың.
— Тематик сканворд тигәндән, һеҙ айырым райондарға, байрамдарға ҡарата ла сканвордтар төҙөйһөгөҙ...
— Алдан календарҙарҙы ҡарап барам. Оло юбилейын билдәләгән шәхес тураһында әҙерләһәм, уның тормош юлын өйрәнәм, ҡаҙаныштары менән танышам, артист йәки композитор икән — йырҙарын кемдәр башҡара, бер районға арналһа, ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәрҙе барлайым. Ҡыҫҡаһы, күп кенә мәғлүмәт туплайым. Күренекле кешеләрҙең үҙҙәре менән аралашып, башҡаларға билдәле булмаған факттар ҙа бирәм. Аҙаҡ барыһын да ниндәй формала төҙөү хаҡында уйлайым.
Әле Мәҙәниәт йылы уңайынан идеялар бигерәк тә күп. Бер иҫтәлекле ваҡиғаны ла ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышам.
— Баш эшләткестәрҙе төҙөй торғас, үҙегеҙ ҙә энциклопедик белемгә эйә булып бөткәнһегеҙҙер инде? Күп уҡырға тура килгәне күренеп тора...
— Китапһыҙ тора алмайым. Кроссвордтар төҙөйһөң дә мәҡәлә яҙып алаһың. Тик ултырғаным юҡ. Гәзитһеҙ йәшәп булмайҙыр. Ял көндәрендә ни эшләргә белмәйем — хәҙер гәзиттәр һирәк сыға. Белем бер ҡасан да күп булмай. Уны кешеләргә таратырға тейешһең. Мәҡәләләр яҙырға тотоноуымдың да сәбәбе шул. Бүтәндәр аңламағанды, иҡтисад белгесе булараҡ, төшөндөрөргә тырышам.
— Ысынлап та, Башҡортостандағы ниндәй генә матбуғат баҫмаһын алма — гәзитме ул, журналмы — көн дә булмаһа ла, аҙна һайын һеҙҙең сканворд, кроссвордтарығыҙ сығып тора. Һеҙ шул эш менән генә мәшғүл булып тик ултыраһығыҙҙыр кеүек. Ә бит һеҙ юғары уҡыу йортонда эшләйһегеҙ, матбуғатта иҡтисад тураһында һәм башҡа мәсьәләләр буйынса яҙаһығыҙ, телевидениела ла йыш ҡунаҡ, "Алтын тирмә" тапшырыуы өсөн дә һорауҙар төҙөйһөгөҙ. Һеҙ нисәү ул: берәүме, бишәүме? Нисек өлгөрәһегеҙ?
— Һәйбәт һорау. Бала саҡтан атай менән әсәй тәрбиәһе арҡаһында беҙ эш менән мәшғүл булып үҫтек. Бушҡа ваҡыт үткәргәнде улар яратманы. Гел эшләнек. Шул ҡанға һеңеп ҡалған. Әгәр кеше көн дә йүгерергә уйлаһа, шуны 60 тапҡыр ҡабатлаһа, ғәҙәткә әйләнә. Шуның шикелле эшһеҙ ултырыу башҡа һыймай. Ғаилә менән берәй ергә ял итергә барһаҡ, өс көндән артыҡҡа сыҙамайым, ялҡам, хатта йоҡо оса ҡайһы ваҡыт. Йәшәгән һайын ваҡыт ҡәҙерен нығыраҡ тояһың. Хоҙай тарафынан бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Ҡала ерендә эш былай ҙа күп түгел. Университетта уҡытып ҡайтҡас, буш ваҡытты әлеге хоббиҙарға арнайым.
— Башватҡыстар төҙөү һеҙгә нимә бирә?
— Ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итмәйһегеҙме, тип әйтергә теләйһегеҙме? Туғандарым да әйтеп тора, юҡ-бар менән булаһың, үҙебеҙҙең Ғәбитовтар араһынан фән докторы сыҡһа, насар булыр инеме ни, тиҙәр. Бәлки, улар хаҡлылыр ҙа... Әммә мин былай халҡыма күберәк файҙа килтерәм шикелле, тип уйлайым. Фәнни монография бик әҙ кешене ҡыҙыҡһындыра, ә матбуғатта баҫылған мәҡәләне 10 мең кеше уҡыһа, уларға белем таратыуҙа ҙурыраҡ өлөш индерәмдер кеүек. Үҙемде бындай осраҡта хатта замана мәғрифәтсеһе һымаҡ итеп тә тоям. Кешеләргә ни тиклем күберәк файҙа килтерәһең, үҙең дә шул тиклем байыйһың бит. Икенсенән, баш эшләткестәр кешегә ваҡытынан алда ҡартайырға ирек бирмәй. Олоғайғас, күп осраҡта өлкәндәрҙең зиһене тарҡалыусан. Шундай хәлгә ҡалмаҫ өсөн баш һәр ваҡыт эшләргә тейеш. Юҡҡа ғынамы ни аҡыл эше менән йәшәгән ғалимдарҙың барыһы ла оҙон ғүмерле.
— Рәсәй телевидениеһы аша барған "Мөғжизәләр яланы", "10 миллион", "Кем миллионер булырға теләй?" тигән шоу-уйындарҙа ҡатнашып ҡарарға теләгәнегеҙ булманымы?
— Күптәр өгөтләй, бар, тиҙәр. Юҡ, бармайым. Миндә уйын ҡомары юҡ. Унда уйынға ҡарағанда шау-шыу күберәк. Осраҡлы ғына кешеләр еңеп ҡуя ҡайһы саҡ. Белемеңде ғәҙел күрһәтә торған тамаша түгел улар, тип иҫәпләйем.
— Гәзит уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ бармы?
— Белем — китапта, матбуғатта. Матди яҡтан һин, бәлки, етеш тә йәшәмәйһеңдер, әммә баштағы белемең — иң ҙур байлығың. Уны бер кем дә тартып ала алмай. Бер Нобель премияһы лауреатының: "Мин һөйләгәндә хатта олигархтар ҙа ауыҙҙарын асып тыңлай", — тигәне хәтерҙә ҡалған. Диплом да, дәрәжә лә байлыҡ түгел, ә зиһен байлығына көнләшерлек. Шуға күрә уҡыуҙан, белем туплауҙан бер ваҡытта ла туҡтарға ярамай.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.


Вернуться назад