Әҙип әҙәп менән бер тамырҙан...11.04.2014
Бөгөн Башҡортостан яҙыусыларының дөйөм йыйылышы үтә. Унда ҡараласаҡ төп мәсьәлә — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесен һайлау. Был вазифаға Наил Ғәйетбаев, Рәлиф Кинйәбаев һәм Игорь Фролов дәғүә итә.


Наил Ғәйетбаевҡа – 65 йәш, драматург булараҡ танылыу алды, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Оҙаҡ йылдар “Тамаша” журналы редакцияһына етәкселек итте, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары булды.
Рәлиф Кинйәбаевҡа – 57 йәш, бер нисә пьеса авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. “Һәнәк” журналының баш мөхәррире.

Игорь Фроловҡа – 50 йәш, уның хеҙмәт юлы “Истоки” гәзите һәм “Бельские просторы” журналы менән бәйле. Әлеге көндә проза бүлеген етәкләй.
Яҙыусылар йыйылышҡа ниндәй уй-ниәттәр менән бара икән? Ошо хаҡта белергә теләп, бер нисә әҙипкә шылтыраттыҡ.

Әҙип әҙәп менән бер тамырҙан...Ноғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
— Мин уҙған ХХ быуаттың икенсе яртыһында, башҡорт әҙәбиәте гөрләп сәскә атҡан осорҙа, был өлкәгә килдем һәм ижад итә башланым. Башҡортостан яҙыусыларының 1954 йылда булып үткән II съезынан алып бөтә йыйындарында ла ҡатнашырға тура килде. Әҙәбиәтебеҙ тураһында ихлас күңелдән фекер алышыуҙарҙан һуң күтәренке кәйеф, яңы уй, яҡты тойғолар менән таралыша инек. Шуға күрәлер инде, ул мәлдәрҙе һағынып иҫкә алам.
Бына тағы шундай ҙур йыйынға әҙерләнәбеҙ. Заманалар ҡатмарлы, әҙәби мөхиттә, ижадтан бигерәк, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә бәйле ҡараштар бәрелеше күҙәтелә. Шуға ла йыйылышыбыҙ, ижад кешеләренә хас булғанса, шәхси мәнфәғәттәрҙән өҫтөн тороп, бөгөнгөнө генә түгел, әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге тураһында ла уйлап фекер алышыу рәүешендә үтһен ине тигән өмөттәмен.

Әҙип әҙәп менән бер тамырҙан...Тамара ҒӘНИЕВА, шағирә:
— Көрсөккә килеп терәлдек шикелле. Яҙыусылар союзы үҙ көсөн, дәрәжәһен юғалтҡандан-юғалта бара. Бөгөн уның бәҫен күтәрерҙәй, ихтирам яуларҙай рәйес һайлап ҡуйырға кәрәк.
Нимә генә тиһәк тә, Яҙыусылар союзы дәүләт ҡарамағынан тыш йәшәй алмай. Тимәк, власть органдары менән бергә эшләрлек булдыҡлы етәксе талап ителә. Минең уйымса, рәйес вазифаһына бер ниндәй ҙә наградаларға дәғүә итмәй торған менеджер үтһә, яҡшыраҡ булыр ине.

Әҙип әҙәп менән бер тамырҙан...Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, яҙыусы:
— Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙгә ыңғай ҡарайым. Йәштәр килеп тора. Эйе, заман еңел түгел, ләкин гәзит-журналдарҙа әҫәрҙәр баҫыла, уҡый торған әйберҙәр бар. Әлбиттә, матбуғаттың тиражы төшөүе борсой.
Бына, яҙыусылар бер-береһен уҡымай, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Мин, мәҫәлән, үҙемде ҡыҙыҡһындырған әҫәрҙәр менән мотлаҡ танышам. Һәр кешенең үҙ зауығы бар. Унан, өлкәнәйгән һайын күҙ насар күрә, гәзит-журналдарға йыш текләп ултырып булмай.
Хәҙер тормошобоҙҙа Интернет ҙур урын алды. Өлкән яҙыусылар ҙа Интернетта ултыра. Шуға күрә, матбуғатҡа яҙылмайҙар тип, уларға ғәйеп ташларға теләмәйем.

Әҙип әҙәп менән бер тамырҙан...Әхмәр ҮТӘБАЙ, шағир, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары:
— Тотош донъяла ҙур үҙгәрештәр бара, был бөтә өлкәлә һиҙелә. Милләттең рухи көҙгөһө булған әҙиптәр донъяһы ла бынан азат түгел.
Беҙҙә йыш ҡына шундай фекер ишетергә тура килә: бер төптән булырға тейешбеҙ, төрлө яҡҡа тартҡыланмайыҡ... Минеңсә, бер төптән булыу — торғонлоҡ ул. Ҡапма-ҡаршылыҡ булғанда ғына хәҡиҡәт асыҡ төҫмөрләнә. Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында ла был ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы тәбиғи.

Әҙип әҙәп менән бер тамырҙан...Дамир ШӘРӘФИ, шағир:
— Беҙ һәр съездан нимәлер көттөк, ләкин өмөттәребеҙ аҡланманы. Әлбиттә, кеше һәр таңды ниндәйҙер өмөт-хыялдар менән ҡаршылай. Мәҫәлән, съезд һайын “йәштәр, йәштәр” тип һөйләнә торғас, ул йәштәребеҙ ҡартайып бөттө хәҙер. Бер ниндәй ҙә аныҡ эш башҡарылманы. Вәғәҙәләр бирелә лә онотола. Уларҙы оноторға һылтауы ла, сәбәбе лә табылып тора.
Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө йыйылыш “әҙип”тең “әҙәп” һүҙе менән ауаздаш булыуын хәтеренән сығармаһын ине.
С. НӘЗИРОВ яҙып алды.


Вернуться назад