“Йәшел яр”ҙа өй туйлаясаҡтар11.04.2014
Башҡортостандың Арбитраж суды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле республикабыҙҙа бөлгөнлөккә төшкән 20-гә яҡын төҙөлөш ойошмаһы иҫәпләнә.

Иң ауыр хәллеләрҙең береһе тип Өфөләге “Йәшел яр” торлаҡ комплексы танылғайны. Бында өлөшсөләр фатирҙарының төҙөлгәнен ете йылдан ашыу көтә. Төҙөүсе “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенең законһыҙ ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә майҙансыҡта эш 2007 йылда туҡтап ҡалған һәм дүрт йыл дауамында урынынан ҡуҙғалмаған. 2009 йылдың декабрендә кредиторҙарҙың ғаризаһы нигеҙендә төҙөүсегә ҡарата бөлгөнлөк процедураһы ҡулланылды.
Республика Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды йөкләмәне үҙ иңенә алғайны. Һөҙөмтәлә Блюхер урамындағы 4-се һәм 8-се йорттар сафҡа индерелде, әммә бөлгөнлөк тураһындағы эш буйынса раҫланған сираттағы арбитраж идарасы фондтың ғәмәлдәренә кәртә ҡуйырға маташты. Былтыр апрелдә кредиторҙарҙың йыйылышында был идарасы вәкәләттәренән мәхрүм ителде.
– 180 ғаиләнең борсолоуҙары артта ҡалды – 1 апрелдән уларға фатир асҡыстары тапшырылды. Блюхер урамындағы 3/3-сө һәм 3/8-се йорттарҙың хужалары милек хоҡуғын рәсмиләштерә ала, – тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы Наталья Шаһиева.



Вернуться назад