Йәшәү минимумы билдәләнде11.04.2014
2013 йылдың дүртенсе кварталында Рәсәйҙә халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 7 326 һум күләмендә билдәләнгән. Ил Хөкүмәтенең ошо туралағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында баҫылған.

Өсөнсө кварталда был күрһәткес 7 429 һум тәшкил иткәйне. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул – 7 896 (өсөнсө кварталда – 8 014), пенсионерҙарға – 6 023 (6 097), балаларға 7 021 (7 105) һум булған.
Йәшәү минимумын билдәләү социаль сәйәсәтте һәм программаларҙы тормошҡа ашырғанда халыҡтың тормош кимәлен баһалау, федераль кимәлдә тәғәйенләнгән хеҙмәт хаҡының минималь күләмен, стипендиялар, пособиелар һәм башҡа түләүҙәрҙе нигеҙләү, федераль ҡаҙнаны планлаштырыу өсөн кәрәк. Был күрһәткес ҡулланыу кәрзиненә, “Росстат”тың аҙыҡ-түлеккә һәм башҡа тауарҙарға хаҡ тураһындағы мәғлүмәттәренә ҡарап билдәләнә.
Башҡортостанда иһә былтырғы дүртенсе квартал өсөн йәшәү минимумы күләме 6 446 һум тәшкил иткән.


Вернуться назад