Пенсия ваҡытында таратыла11.04.2014
“Рәсәй почтаһы” аша хеҙмәтләндерелгән пенсионерҙар май байрамдарына бәйле социаль түләүҙәрҙе ҡасан таратырҙары тураһында апрелдә бирелгән квитанциянан хәбәрҙар буласаҡ.

Әле ҡулланылған электрон документтар әйләнеше технологияһы түләүҙе еткереү ваҡыты тураһында алдан белдереү мөмкинлеген бирә. Ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр тураһындағы ҡарар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе һәм “Рәсәй почтаһы”ның республика идаралығы тарафынан берлектә ҡабул ителә.
Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, республика бүлексәһе 1 миллион 109 меңдән ашыу кешегә пенсия түләй, шуларҙың 46,8 проценты — кредит ойошмалары, 52,8 проценты почта аша хеҙмәтләндерелә. Пенсия ташыуҙы ойошторғанда заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу түләүҙе күҙәтеү, һөҙөмтәле хеҙмәтләндереү мөмкинлеген бирә.
Пенсия фондының Башҡортостан
бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәте.



Вернуться назад