Маҡсатҡа өлгәшеүгә ышаныс ҙур11.04.2014
Маҡсатҡа өлгәшеүгә ышаныс ҙур
Өлкән йәштәге был ағай беҙҙең редакцияла һуңғы ваҡытта йыш күренә. Уның Башҡортостандың хәрби тарихына бәйле ҡыҙыҡлы мәҡәләләре донъя күрә башлағас, шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, шуның менән бергә һорауҙар ҙа артты. Урыѕ милләтенән булған, беҙҙең яҡта тыуып үѕмәгән кеше ҡайҙан республика тарихын яҡшы белә, архивтарҙа эҙләнеп, яңынан-яңы мәғлүмәттәр таба? Шуға күрә уның менән һөйләшеп алырға булдыҡ. Әңгәмәсем — элекке хәрби, журналист Борис Яковлевич МАЛОРОДОВ.

– Әйҙәгеҙ, тәүҙә үҙегеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле. Ҡайһы яҡта тыуҙығыҙ, Башҡортостанға нисек килеп төпләндегеҙ?..
– Һуғыш осоро балаһымын, 1945 йылда Курск өлкәһендә донъяға килгәнмен. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлауға ҡарамаѕтан, яҙмыш ҡушыуы буйынса хәрби булырға яҙған. Ғүмеремдең ҙур ғына өлөшөн Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеүгә арнаным. Шулай уҡ яҙмыш Башҡортостанға килтереп төпләндерҙе. Әлеге ваҡытта – “Берҙәмлек” хәрби хеҙмәт инвалидтары йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесемен. Ойошманың Мәскәүҙә сыҡҡан гәзиттәре бар ине, шунда яҙыша башланым, мәҡәләләрем даими донъя күрҙе.
Республикала йәшәүемә утыҙ йыл самаһы була. Бында төпләнгәс, төбәктең хәрби тарихы менән ҡыҙыҡһына башланым. Әйтергә кәрәк, ул бик бөйөк, үҙенсәлекле ваҡиғаларға бай. Мине айырыуса 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов менән ҡаһарман Александр Матросовтың яҙмышы ҡыҙыҡһындырҙы.
– Бөгөнгө һөйләшеүҙе нәҡ Шайморатовтың шәхесенә һәм дивизияға бәйләргә ине. Ни өсөн тап уларҙы өйрәнәһегеҙ, әллә бының сәбәптәре бармы?
– Дивизияның тәүге һуғыштары Тербуны ерендә башланған, ә мин алыштар барған урындан 200 километр самаһы алыѕлыҡта, Суджа ҡалаһында тыуғанмын. Әсәйем дә Курск өлкәһендә тыуған, ундағы медицина институтын тамамлағас та фронтҡа киткән, үҙенең хәрби юлын ошо урында башлаған. Шуға күрә дивизия тарихын, генерал Шайморатовтың яҙмышын өйрәнеү – атай-әсәйем алдындағы изге бурысым. Ғәзиз кешеләремдең икеһе лә һуғышты үткән, фронтта танышҡан, өйләнгән бит.
Дивизия тураһындағы тәүге мәҡәләм 2002 йылда «Инвалид Отечества” тигән федераль гәзиттә донъя күргәйне. Шул саҡтан бирле даими эҙләнәм, архивтарҙа булам, ветерандар менән осрашып аралашам. Иң ҡыҙыҡһындырған һәм ғәжәпләндергән һорау шул булды: ни өсөн Миңлеғәле Шайморатовҡа үҙ заманында уҡ Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәгән? Тәүҙә мәғлүмәт бик аҙ ине, тик бының менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнгәс, улар йыйылды, архивтар ҙа асыла башланы. Хәҙер шуны әйтә алам: был мәсьәләне хәл итергә була.
– Нисегерәк итеп?
– Эште дөрөѕ итеп, еренә еткереп башҡарыу шарт. Иң мөһиме – бар документтарҙы ла грамоталы итеп рәсмиләштерергә, теркәргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем әҙерләнгән ҡағыҙҙар тарҡау булған. Юллама, барлығы биш рәсми мөрәжәғәт эшләнгән, тик улар – ни бары ябай ҡағыҙҙар. Хәрбиҙәрҙә һәр документты төҙөүҙең үҙ тәртибе бар. Был осраҡта төп документ – наградаға тәҡдим итеү. Ә уны бер кем дә эшләмәгән. Тағы шуныһын иғтибарға алайыҡ: Шайморатов Сталиндың ышаныслы кешеләре иѕәбендә булған. Шуға ла, шәхес культын фашлау буйынса кампания башланғас, генерал ошо тулҡынға эләккән. Награда юллауҙы тотҡарлаған сәбәптәрҙең береһе был. Шуныһы ҡыҙыҡ: наградаға дивизия командиры Белов та тәҡдим итә алыр ине, ул һуғыштан һуң да армияла хеҙмәт иткән бит. Нимә тыйҙы икән уны был аҙымдан?
Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл төбәге булған, бында хәрби хәрәкәттәр бармаған. Әлбиттә, һалдаттар әҙерләнгән, ҡорал, техника, кәрәк-яраҡ етештерелгән, был яҡтан республиканың Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тик, бая әйткәнемсә, хәрби тәртип барыһы өсөн дә бер. Наградаға республика исеменән тәҡдим ителеү етмәй. Быны йә бергә һуғышҡан командирҙар (беҙҙең осраҡта – Белов), йә батырлыҡ ҡылынған төбәктең военкомы эшләргә тейеш. Хәйләле генә был үҙенсәлеккә иғтибар итәйек. Күптәр юллама яҙғанда генералдың Тербуныла күрһәткән ҙур батырлыҡтарын телгә алған. Эйе, Шайморатов унда батырлыҡ ҡылған, тик уның өсөн наградаһын да алған бит. Ә бына Сталинград һуғышындағы, Украиналағы рейдтар өсөн – юҡ! Хәҙер быларҙың барыһын да ныҡлап асыҡларға, документтар нигеҙендә раѕларға һәм тағы тәҡдим әҙерләргә кәрәк. Ошоға тиклем яҙылған юлламаларҙы уҡып сыҡһаң, унда барыһы ла дөйөм характерҙа бәйән ителгәне күренә. Ә дөйөм икән, тимәк, аңлайышһыҙ. Хәрбиҙәргә аныҡлыҡ кәрәк.
Маҡсатҡа өлгәшеүгә ышаныс ҙур– Гәзиттә бөгөн баҫылған мәҡәләгеҙҙән асыҡланыуынса, күп кенә архив документтары юҡҡа сығарылған. Хәҙер нисек дөрөҫлөктө табырға һуң?
– Уны тергеҙеү мөмкин түгел. Мин Подольскиҙа күп эшләнем, Оборона министрлығының шунда урынлашҡан үҙәк архивында һуғышҡа саҡырылыусылар исемлеге лә юҡ хатта. Архивтарҙа һаман сер булып ҡалған бүлектәр байтаҡ, унда инеп булмай. Тағы бер ҡаршылыҡ – архивтар илдең төрлө ҡалаһына һибелгән, уларҙың ҡайҙалығын белеп бөтөп булмай. Минеңсә, кешелә эҙләнеү теләге бөтһөн өсөн махсус эшләнгәндер был. Әммә мин дә бик ныҡышмал кеше. Ул шәхестәр тыуған илемде фашистарҙан азат иткән! Тербуны районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын бик яраталар, уға бөтәһе лә әле һаман йылы ҡарашта. Корпуста өс дивизия булһа ла, ни эшләптер тап башҡорттарҙы яҡын күрәләр. Ныҡлыҡ, сыҙамлылыҡ, батырлыҡ буйынса уларға тиңләшкән дивизия булмаған.
Йәнде иң ныҡ көйҙөргәне шул: ваҡыт үтеү менән башҡорт дивизияһының батырлыҡтарын танымай башланылар. Имеш, улай мөмкин түгел, һыбай килеш тимер техникаға ҡаршы бармағандар... Ә был ысынлап шулай булған бит! Рәсәйҙә дивизия тураһында хәҙер бик әҙ кеше белә. Һуғыш осоронда уларҙың батырлығы ил кимәлендә ифрат әһәмиәтле булған бит. Яугирҙәр награда өсөн һуғышмаған, ә Тыуған илен һаҡлаған. Башҡорт дивизияһы башҡарғанды бер кем дә ҡабатлай алмаған. Әле нисек һуң? 16-сы гвардия дивизияһы тураһында бик күп китап бар, тик уға нигеҙ һалған 112-се дивизия тураһында өҫтән-мөҫтән генә әйтеп үтәләр. Йәмәғәтселек шым ҡала: әллә белмәйҙәр, әллә ҡыѕылғылары килмәй. Дивизия армия кимәлендә артыҡ ҙур хәрби берләшмә һаналмаһа ла, һуғыш барғанда тап беҙҙең атлы дивизияның әһәмиәте мөһим булған, хәрби сводкаларҙа ул гел телгә алынған.
– Ысынлап та, был теманы төплө өйрәнгәнегеҙ күренә...
– Шайморатов шәхесе тирәләй йомолоп ҡалған факттар байтаҡ. Мәѕәлән, уны 1946 йылда, үле кәүҙәһен тапмаѕ борон, «Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән наградлағандар. Ни өсөн? Сөнки уның һатлыҡ булыуына, дошман ҡулына эләгеүенә ышанмағандар. Ул наградаларҙың эҙҙәрен Подольскиҙағы архивта таптым. Ә миҙал үҙе республиканың Милли музейында һаҡлана. Тик китаптарҙа был турала мәғлүмәт юҡ. Аңлашылмай...
Шайморатов шундай ҙур ике рейд яһай, һәләк була, ә ошо ҡаһарманлығы өсөн бер ниндәй награда ла бирелмәүе дөрөѕ түгел. Һуғыш осоронда, Сталиндың бойороғона ярашлы, юғары команда составы ағзаһы һәләк булып кәүҙәһе табылмаған икән, хәлде асыҡлағансы уның ғаиләһе пособие алмаған. Ә Миңлеғәле Шайморатовтың ҡатынына был ҡағылмаған. Ошо турала документ бар, ул баш хәрби комиссариатта һаҡлана. Әлеге хәл Сталиндың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командирына шәхси ышаныуы тураһында һөйләй. Ҡайһы берәүҙәр уны яралы килеш дошман ҡулына эләккән тип бара. Был мөмкин түгел.
– Тимәк, хәҙер Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү өсөн беҙгә яңынан документтар йыйырға, уны дөрөҫ итеп рәсмиләштерергә кәрәк булып сыға?
– Эйе, әлбиттә. Бая әйткәнемсә, ҡайҙа батырлыҡ ҡылынған, шул төбәктәрҙең губернаторҙарына һәм военкомдарына (әлеге Волгоград һәм Ростов өлкәләре) мөрәжәғәт менән сығырға кәрәк. Наградаға тәҡдим итеүҙе улар үҙ өѕтөнә алырға тейеш. Әле республика кешеләренән генә түгел, сит төбәктәрҙән дә бик күп ҡултамға йыйылды, уларҙы ла дөрөѕ итеп күрһәтеү мөһим. Был турала белешмә әҙерләп, документтарға ҡушырға кәрәк. Әлегә ул юҡ. Аныҡлыҡ етмәй. Шайморатовтың бөтә наградалары тураһында мәғлүмәт биреүҙе лә онотмайыҡ. Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр халҡының уны әле лә онотмауын, исемен данлауын һәм ҡәҙерләп һаҡлауын күрһәтәйек. Хәҙер беҙ акцияны башлаған музей менән берлектә эшләйбеҙ. Мәскәүҙәге таныштарҙан ишетеүемсә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бер нисә кешегә Рәсәй Геройы исеме биреләсәк. Шуға күрә иң мөһиме – йоҡлап ятмаѕҡа, өлгөрөп ҡалырға.
– Һөйләшеү башында Александр Матросов, йәғни Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһында ла һүҙ булғайны. Әле лә уны башҡорт булмаған тип дәлилләргә тырышалар. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
– Мин факттарға таянам. Ә улар шундай: 1946 йылда Башҡортостанға НКВД хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия килә. Улар Матросовтың туғандары тураһындағы бөтә мәғлүмәтте һәм фотоларҙы йыйып ала. Беҙ ни бары биш йәшлек малайҙың фотоһын таптыҡ, тик ул аныҡ түгел. Әле йыйып алынған документтарҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Тимәк, егеттең Башҡортостандан булыуы тураһында мәғлүмәт таралмаһын тигән команда булған.
Икенсе яҡтан, батыр аҙаҡ күсереп ерләнде. Быны эшләгән саҡта Матросовтың бер туғаны иѕән булған, тимәк, ДНК-һын алып та шәхесен асыҡларға мөмкин ине. Тик был да башҡарылмай. Ни өсөнмө? Матур легенданы емергеләре килмәгән.
– Борис Яковлевич, ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүҙә дәрт-дарман теләйем. Яҡын арала Миңлеғәле Шайморатовҡа лайыҡлы исем бирелер тип ышанабыҙ.
Әлфиә МИҢҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.


Вернуться назад