Яңы ғына 20 йәшен тултырған бер егет законһыҙ юл менән наркотик һатып алған һәм һаҡлаған өсөн йыл ярымға холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелде. Әлегәсә ул тәртип боҙған, һуғышҡан, кешенең һаулығына зыян килтергән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылып та өлгөргән булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулына эләккән кистә ул урамда дуҫы менән осраша. Подъезға ингәс, уға ниндәйҙер ҡатнашманы тәмләп ҡарарға тәҡдим итә. Ләкин дуҫы баш тарта. Урамға сығыу менән егеттәр полиция хеҙмәткәрҙәренә юлыға. Тәртип һаҡсылары йәштәрҙең берәүһендә әлеге тыйылған матдәне таба.
Бур һәм сүп-сар һауыты Гараж кооперативтарының береһендәге урам һепереүсе үҙ биләмәһендә сүп-сар һауытының юҡҡа сығыуын күреп, етәкселәренә хәбәр итә. Ойошма бухгалтеры быны полиция хеҙмәткәрҙәренә еткерә. Күп тә үтмәй, контейнер гараждарҙың береһендә табыла. Асыҡланыуынса, 48 йәшлек ир һауытҡа күптән күҙ һалып йөрөгән. Бер көндө машинаһына тағылма ҡуйып алған да контейнерҙы шуға тейәп гаражына килтергән.
Суд ҡарарына ярашлы, бурға 5 мең һум штраф түләргә тура киләсәк.