Оло эштең башы ғына...09.04.2014
Башҡорт дәүләт медицина университетында "Йәштәргә – сәләмәтлек" тип аталған социаль проекттың исем туйы булды.

Уны былтыр Башҡортостандың "Парламент ҡатын-ҡыҙҙар клубы" йәмәғәт ойошмаһы (совет рәйесе – Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева) йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында булдырғайны. Көнүҙәк проектты Өфө ҡалаһы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы, Йәштәр йәмәғәт палатаһы, ЗАГС идаралығы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты бер тауыштан хуплап сыҡты.
Студенттар менән осрашыуҙа сығыш яһап, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы социаль проектты алдағы ҙур эштәрҙең башы ғына тип билдәләне.
– Беҙҙә йәштәрҙең сәләмәтлеген күҙәтеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Һәр кем үҙ хоҡуғынан тулыһынса файҙаланһын өсөн мәғлүмәтлелекте арттырыу өҫтөндә эшләргә бурыслыбыҙ. Проектты һеҙҙең менән берлектә тормошҡа ашырғанда, идеялар менән уртаҡлашҡанда уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең университет эргәһендә генә бына тигән стоматология поликлиникаһы бар. Студенттарға ошонда бушлай медицина хеҙмәттәре күрһәтергә мөмкин, бары хоҡуҡтарҙан белеп файҙаланыу кәрәк, – тине депутат.
Йәштәр араһында йылдан-йыл сәләмәт тормошто һайлағандар һанының артыуына ҡарамаҫтан, әлегә һаулыҡ күрһәткестәре яҡшырмай. Ауырыуҙар йыл да 6 – 8 процентҡа арта. 14 йәшлек үҫмерҙәрҙең һаулығын тикшергәндә уларҙың 57 процентында тәүге тапҡыр асыҡланған сирҙәр күҙәтелә. Алдынғы илдәрҙең тәжрибәһенән сығып һүҙ йөрөткәндә, бары иҫкәртеү сараларын көсәйтеп кенә 10 – 20 йыл эсендә үлем күрһәткесен ике тапҡырға ҡыҫҡартырға мөмкин. Ошо тәңгәлдә республикабыҙҙа 2009 йылдан алып ойошторолған 17 Сәләмәтлек үҙәге ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ҙур эш башҡара алыр ине. Медицина хеҙмәттәренең түләүһеҙ, тикшеренеүҙәрҙең тиҙ башҡарылыуы, нигеҙҙә, сәләмәт кешегә йүнәлтелеүе менән уның халыҡ араһында популярлыҡ яулауына иҫәп тотолғайны. Әммә, тәжрибәнән күренеүенсә, үҙәктәргә йәштәр йөрөмәй тиерлек. Уларҙың 67 проценты был хаҡта бөтөнләй хәбәрҙар түгел.
Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының фекеренсә, яңы проект республика йәштәре араһында сәләмәт тормошто киң йәйелдереү, сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса медицина, белем биреү, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарын да йәлеп итәсәк. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары былтырҙан башлап 46-сы поликлиниканың Сәләмәтлек үҙәгендә график буйынса тикшеренеү үтә башлаған да инде. Ә быйылдан Өфөләге бөтә вуздар үҙәктәргә беркетелде. Киләсәктә баш ҡалалағы урта профессиональ уҡыу йорттары уҡыусыларының һаулығы ла иғтибар үҙәгенә алынасаҡ. Республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла ошо мөһим эште йәнләндереү, проектты тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү күҙаллана.


Вернуться назад