Һалдат бутҡаһы көтә09.04.2014
Һалдат бутҡаһы көтә
Хәрби комиссариаттарҙа ҡыҙыу көндәр башланды. Буласаҡ һалдаттар медицина тикшереүе үтә, уларҙың хеҙмәткә яраҡлы булыу-булмауы асыҡлана, кемдеңдер армияға барыуы кисектерелә, кемдер унан бөтөнләй азат ителә. Ата-әсәләр иһә улдары өсөн борсола-хафалана. Шулай булмай, 1 апрелдән әрмегә яҙғы саҡырылыш бара бит.

Ә егеттәр үҙҙәре хәрби хеҙмәткә әҙерме икән? Бөрө ҡалаһында ошо яҙ һалдат итеген кейеүселәр араһында спорттың хәрби-ғәмәли төрҙәре буйынса республика Спартакиадаһының икенсе этабы уҙҙы. Унда хужаларҙан тыш Асҡын, Благовещен, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Район саҡырыу комиссияһы рәйесе – хакимиәт башлығы урынбаҫары Динар Төхбәтуллин, республика Хәрби комиссариатының Бөрө районы һәм ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы Эдуард Мирҡәләмов, Афған һуғышы ветераны Александр Губаев тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһағас, көс һынашыу башланды. Ярыш бишалыш программаһы буйынса барҙы: турникта күтәрелеү, гер күтәреү, пневматик винтовканан атыу, ваҡытҡа противогаз кейеү һәм автомат һүтеп йыйыу.
Һалдат бутҡаһы көтәҺәр алыштың еңеүсеһе була тигәндәй, бында ла призлы урындар билдәләнде. Бөрөләр исеменән сығыш яһаған кооператив техникум студенттары беренселеккә сыҡһа, мишкәләр – икенсе, благовещендар өсөнсө булды. Хужалар Спартакиаданың финал өлөшөндә ҡатнашыу хоҡуғын да яуланы.
Әйткәндәй, апрель-июль айҙарында Бөрө районында саҡырыу комиссияһы ултырышына бөтәһе 452 кеше килергә тейеш булһа, тәүге көндә үк 39 егет был бурысын үтәгән. Сәләмәтлеге яҡшы булғандарҙы һалдат бутҡаһы көтә лә инде.


Вернуться назад