Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар09.04.2014
Башҡортостандағы Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала әле һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 11,2 килограмм һөт һауып алалар.

Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарында был күрһәткес — 17, Ауырғазы, Тәтешле һәм Саҡмағошта 15 килограмдан ашыу тәшкил итә. Республика буйынса тулайым һауым йыл башынан алып 338,4 мең тоннанан артҡан, 145,7 мең тонна самаһы һөт һатылған. Шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары 153,8 мең тоннанан ашыу һөт етештергән. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары предприятиелары юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән.
Йыл башынан алып халыҡтан 11,7 мең тонна һөт һатып алынған. Был күрһәткес буйынса иһә Баймаҡ һәм Илеш райондары алдынғылыҡты бирмәй.



Вернуться назад