Йәмәғәт палатаһы йүнселдәрҙе яҡлап сыҡты09.04.2014
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Рәсәй Һалым кодексына Дәүләт Думаһы тарафынан март аҙағында ҡабул ителгән төҙәтмәләрҙең бер өлөшөн
юҡҡа сығарырға тигән тәҡдим индерҙе.

Ил Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов Владимир Путинға Һалым кодексындағы дөйөм килемгә берҙәм һалым түләгән һәм һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын файҙаланған компаниялар өсөн мөлкәткә һалымды билдәләгән төҙәтмәләрҙе хуплап ҡул ҡуймауҙы үтенеп мөрәжәғәт итте.
Хәтерегеҙҙәлер, Дәүләт Думаһы Һалым кодексына шәхси эшҡыуарҙар өсөн һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын ғәмәлдән сығарған үҙгәреш индергәйне. Эксперттарҙың фекеренсә, бындай шарттарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һалым йөкләмәһе байтаҡҡа артасаҡ. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары билдәләүенсә, төҙәтмәләр закон проектының икенсе уҡыуына ғына тәҡдим ителде, ләкин Федерация Советы уларҙы шунда уҡ ҡабул итеп, хуплап та ҡуйҙы. Бындай үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә йүнселдәр һаны ҡырҡа кәмейәсәк, күптәре йәшерен эш итәсәк, тигән фекерҙә йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
Рәсәй Президенты Законға әле ҡул ҡуймаған.


Вернуться назад