Балаларға яңы карта кәрәк09.04.2014
Мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләнем. Хаҡлы ялда булһам да, әле лә уйым менән уҡыусыларҙан айырыла алмайым. Мәғариф тармағында ҙур үҙгәрештәр барған, белем биреүҙең яңы ысулдары билдәләнгән мәлдә үҙ фекеремде еткермәксемен.

Күңелендә ватансылыҡ тойғоһон уятыу өсөн балаларға иң тәүҙә тыуған төйәге — йылғалары, күлдәре, тауҙары, шулай уҡ республиканың бай тарихлы, билдәле ауылдары хаҡында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте даими бирергә кәрәк. Беҙҙең Башҡортостан хазинаға ифрат бай бит. Быны нығыраҡ төшөндөрөү өсөн республиканың картаһын (административ бүленештәрҙе, үҫемлектәр, йәнлектәр донъяһын, ҡаҙылма байлыҡтарҙы һәм башҡаларҙы күрһәтеп) пазлдар рәүешендә сығарыу отошло түгелме? Һөҙөмтәлә уҡыусыларға ғына түгел, мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарға ла ҡыҙыҡлы, файҙалы хеҙмәт булыр ине. Ошондай карта булдырыу мөһимлеген күтәреп алып, тейешле органдарға ишеттерһәк ине.



Вернуться назад