Яратҡан һөнәреңә ғүмер буйы тоғро ҡалырға тейешһеңдер. Үҙемә килгәндә, был бурысымды лайыҡлы атҡарҙым тип иҫәпләйем.
1954 йылда Салауат педагогия училищеһын тамамлағас, Архангел районының Абҙан мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башланым. Бында башҡа ауылдарҙан йөрөп белем алыусылар ҙа бар ине. Уларҙың күбеһенең урыҫ телен насар белеүен иҫәпкә алып, башланғыс кластарҙа эшләп ҡарарға булдым. Дәресте төрлөләндереү, теманы еңелерәк үҙләштереү, телмәр үҫтереү ниәтендә һәр өнгә, хәрефкә, ижектәргә дүрт юллыҡ шиғырҙар яҙып ҡулландым — был үҙемә лә, балаларға ла, ата-әсәгә лә оҡшаны. Һандарҙы тиҙерәк отоп алыу өсөн математиканан да шиғырҙар яҙҙым. Мәҫәлән, шуларҙың береһе:
Ике күҙем менән күрәм,
Ишетә ике ҡолаҡ,
Ике ҡулым эш яратһа,
Йөрөтә ике аяҡ.
Ошо эш ысулдарым тураһында туған телде уҡытыуҙағы яңы алымдарға бағышланған педагогик конференцияла сығыш яһап, Почет грамотаһына лайыҡ булдым. Эш тәжрибәмдең өлгөләре республика матбуғат баҫмаларында донъя күрә башланы. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты менән тығыҙ бәйләнештә булдым, педагогтар алдында йыш сығыш яһаным. Мәктәптә 35 йыл эшләнем, хеҙмәтем "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исем менән баһаланды.
Хәҙер инде хаҡлы ялдамын, былтыр 70 йәшемде билдәләнем. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмайым. Бер нисә йыл элек "Һаумы, мәктәп" тигән методик ҡулланмам донъя күрҙе. Ул уҡытыусылар тарафынан йылы ҡабул ителгәс, тағы ла дәртләнеп, илһамланып шиғыр, хикәйә, әкиәт яҙырға тотондом. Ижад емештәрем ғилемгә, тәрбиәгә, бәхетле йәшәүгә ынтылыуға, рухи байлыҡҡа бағышланды. Улар "Әс-сәләмү ғәләйкүм", "Йәшәү йәме", "Йәйғор", "Яратам һине, яратам", "Бал ҡорттары — беҙҙең дуҫтар", "Сәпәкәй", "Йомағым — серле йомғағым", "Маленький зоолог" тигән китаптарҙа донъя күрҙе.
Аллаға шөкөр, мәктәпкә осрашыуҙарға йыш саҡыралар, район кимәлендә уҙған сараларҙан да ситтә ҡалмайым. "Йәнгүзәл" исемле фольклор ансамблебеҙ бар, унда ҡайһы бер шиғырҙарымды мөнәжәт итеп йырлайбыҙ, таҡмаҡтарҙы ҡулланабыҙ. Йәш композитор Иҙел Нурғәлиндең "Роза, Ләлә, Миләүшә" тигән шиғырыма яҙған йырын шатланып тыңлайбыҙ. Район, республика матбуғат баҫмаларында шиғырҙарым, хикәйәләрем, мәҡәләләрем йыш баҫыла.
Уҡыусыларымдың көнитмеше менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып торам. Хәҙер инде уларҙың барыһы ла үҙ тормошон ҡорған, араларында өләсәй, олатай булғандары ла бар. Тырышып донъя көтөүҙәренә ҡыуанып бөтә алмайым, уларҙың һәр уңышы — минең өсөн ҙур шатлыҡ.
Роза ҒӘББӘСОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
уҡытыусыһы,
хеҙмәт ветераны.